Орбита08.12.2011
Мостай Кәримгә

Әҙәбиәт —
Сикһеҙ йыһан кеүек.
Һәм әйләнә унда
Төрлө ҡояш.
Һәр бер есем
Үҙ ҡояшын таба, —
Уның яҡтылығын,
Нурын тойғас.

Был тартылыу —
Тәбиғәттән килә,
(Ҡөҙрәттәре сикһеҙ
Йыр нурының!)
Һәр бер есем,
Дәүмәленә ҡарап,
Орбитала биләй
Үҙ урынын.

Әйләнәбеҙ
Һинең тирәләй беҙ,
Ҡояш кеүек һин —
Һәр кемдеке.
Үҙең һүнгәндә лә
Нурың тартыр
Рухи донъябыҙҙың
Кендеге!

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад