Мин уның менән Өфөлә таныштым. Һай, шәп кеше булып сыҡты Ғәйфи ағай! Ипле, сабыр, бер аҙ шаяныраҡ та холҡо менән әсир итте ул мине, һәр һүҙҙе үлсәп, кеше хәтерен һаҡлап һөйләй, итәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡан.
Тик бына... яңғыҙ ул. Һөйөклө ҡатыны вафат булғас, ҡыҙы Нәилә, ейәне Рөстәм менән бер фатирҙа йәшәп ятыуы. Шундай дан кешенең яңғыҙ булыуы миңә лә оҡшап етмәне, ә инде ҡыҙы был хаҡта күптән хәстәрлек күреп тә ҡуйған: атаһына ҡатын эҙләп гәзиткә иғлан биргән. Тынғылыҡ бөттө Ғәйфи ағайға. Өҙлөкһөҙ телефон шылтырай, йә тегенеһе, йә быныһы ишек шаҡый. Бына Мәрйәм исемле ҡатын килеп инде. Ғәйфи ағай юғалып ҡала торғандарҙан түгел икән: башын иҫереккә һалды, ә Мәрйәм нисек сығып тайғанын да һиҙмәне. Ә инде икенсе ҡатын — Суфия килгәс, ауырыуға һабышты Ғәйфи ағай. Суфияның сигенергә самаһы юҡ, үҙем дауалайым, мин — экстрасенс, тип йәбеште бит ағайға. Шулай ҙа әмәлен тапты ағайыбыҙ, тиҙ генә кейемен эләктереп, сығып шылды. Баҡһаң, ағайҙың күңеленә мөхәббәт осҡоно һалыусы бар икән бит. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Зәкиә булып сыҡты...
Артабан ниҙәр булғанын һөйләмәйем. Ваҡиғаның дауамын белгегеҙ килһә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында барған Гөлшат Зәйнәшеваның комедияһы буйынса “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” спектакленә рәхим итегеҙ. Һеҙҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илсур Хәбиров (Ғәйфи), Нәғим Нурғәлин (Саттар), Альбина Кашапова (Зәкиә), Зилә Сәйетова (Мәрйәм), Рәмилә Сәлимгәрәева (Суфия) һәм артистар Әнүәр Фәйзуллин (Рөстәм), Илгизә Ғилманова (Маги) Ғәйфи ағайҙың тормошонда булған ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәр менән бәйнә-бәйнә таныштырыр.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссамы — Юлиә Ғиләжева, композиторы — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов.
С. НӘЗИРОВ.