Бер һәм ноль йәки 100... > ...00108.12.2011
Бер саҡ Бер һипте борсаҡты
Эренән:
— Ноль шикелле артта ҡалып
Йөрөмәм.

Мороном менән аҡтарып,
Ярам юл.
Минең артҡа ышыҡланып
Бара Ноль.

Ул — йоморо. Ул — шып-шыма.
Юҡ йөйө.
Оялмайса нисек йәшәй
Шул көйө?!

Асыуланмай тыңлап торҙо
Ноль Берҙе.
Һәм тотто ла алға табан
Йүгерҙе.

Бына ғәжәп: киткән һайын
Ноль алға,
Меҫкенләнә бара Бер, кәр
Юғала.

Ҡысҡыра Бер:
— Зинһар, кер, — тип, —
Ноль, хәлгә,
Кисер инде, кисер инде
Бер мәлгә...

Йәлләп Берҙе Ноль арт яҡҡа
Йүгерҙе.
Бер йәненә шул саҡ ҡапыл
Хәл керҙе...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад