Күтәрмә08.12.2011
Күтәрмәне яһап ҡуйғас,
Кемдер әйткән:
"Күтәрмә!.."
Тик күтәрмә бойороҡто
Теләмәне
Үтәргә.

Яҡшыһын да, шаҡшыһын да
Үҙ иңенә
Күтәрҙе.
Быуындарын шығырлатып,
Сабыр ғына
Үткәрҙе.

Кемдер аяҡ һөртөп китте,
Кемдер китте
Төкөрөп.
Аҡһай-аҡһай менде берәү,
Берәү менде
Һикереп...

Аяҡ аҫтында тапалып
Хеҙмәт итә
Күптәргә.
...Бер уйлаһаң, халҡыбыҙ ҙа
Хас та ошо
Күтәрмә.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад