Юғарылыҡ08.12.2011
Мостай Кәримгә

Юғарыға менгән һайын,
Ҡыҫыла бара һауа...
Нурҙар башта уны наҙлай,
Ямғыр ҙа тәүҙә яуа.

Бөркөт — тиҙәктә тибенмәй,
Емтек — ем түгел уға.
Берсә һалҡыны туңдыра,
Берсә йәшендәр һуға...

Уттан һыуға бәрә-бәрә
Сыныҡтыра ҡоростай:
Әҙәбиәт арбаһының
Кендеге бит ул Мостай!

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад