Бәйге08.12.2011
Туйҙа атылған
Шампандар —
Тормошҡа
Старт ҡына.
Ҡарҙай аҡ туй күлдәгенә
Күпме
Бысраҡ ҡуна.

Ғүмер юлы —
Кемгә спринт,
Кем өсөндөр —
Марафон:
Әҙәм үҙе үлсәп алмай
Старт һәм финиш
Араһын...

Абынаһың икән әгәр
Башҡаға
Бәлә һалма.
Ғүмер юлы —
Бәйге бит ул,
Ә судья берәү —
Алла!..

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад