Мостай рухы мәңгелек25.10.2012
Мостай рухы мәңгелекБөйөк әһелебеҙ, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең беҙҙе ҡалдырып китеүенә ете йыл тулды. Әммә ул һаман да яныбыҙҙа кеүек: йәнгә дауа бирер, юлдарыбыҙҙы яҡтыртыр әҫәрҙәрен маяҡтай күрәбеҙ, алтын аҡылына һоҡланабыҙ, шундай шәхесебеҙ булғанына сикһеҙ ғорурланабыҙ. “Әлеге мәлдә Мостай ағай булһа, заман үҙгәрештәренә ҡарата тура һүҙен әйтер ине”, — тип һағышҡа бирелеп алған сағыбыҙ ҙа юҡ түгел.

Мостай рухының быуындан быуынға күсә килеүе айырыуса һөйөнөслө. Быға М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үткән әҙәби-музыкаль кисәлә тағы Мостай рухы мәңгелекла бер инандыҡ. Белем усағында шағирҙың тыуған көнө уңайынан бындай сара йыл да ойошторола. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, танылған сәхнә оҫталары тамашасыларға Оло инәй, Кендек, Әсғәт менән сираттағы тапҡыр осрашыу, күңелдәргә мәңгелеккә уйылған “Тәгәрәп китте йөрәгем”, “Уҡытыусыма”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” йырҙарын тыңлау бәхетен бүләк итте.
Гимназия уҡыусылары үҙҙәре лә бөйөк шәхесебеҙгә арнап шиғырҙар сығара икән. Ялҡынлы ижад емештәрен ихлас итеп һөйләп күрһәтте улар. Уҡытыусылар ҙа ситтә ҡалманы: “Һаумы, тиҙәр гөлдәр”, “Йәш нефтселәр” йырҙарын матур итеп башҡарҙы, икенсеһенә ҡушып, оҫта тамаша ла күрһәтте.
Байрамға шағирҙар һәм яҙыусылар менән бергә әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Мостафа ҡыҙы ла саҡырылғайны. Ҡәҙерле кешеһенең рухына ихтирамдан күҙ йәшен тыя алмаған Мостай рухы мәңгелекхөрмәтле ҡунаҡ гимназия коллективына, йәш быуынға ҙур рәхмәт әйтте, бүләктәрен тапшырҙы.
— Ошондай хәтер кисәләре, шәхесте бер-берең менән күҙгә-күҙ ҡарашып иҫкә алыу һәйкәлдәрҙән әһәмиәтлерәк, — тине Әлфиә Мостафа ҡыҙы.
“Тимәк, мин әле йәшәйем,
Әгәр ҙә һөйәм икән...”. Мостай Кәримдең ошо һүҙҙәре әлеге көнгә ауаз булып килеп еткән төҫлө. Кешеләрҙе, халҡын һөйгән шәхесебеҙҙең алтын мираҫы, рухы мәңгелек.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад