Муму08.12.2011
(яңғыҙ саҡта)

Муйыныма
Ауыр ташты бәйләп,
Ташланығыҙ
Тормош — диңгеҙгә.
Телһеҙ Герасимдың "Муму"һылай
Булдым, ахры, дуҫтар,
Мин һеҙгә.

Мин үҙем дә хәҙер
Телһеҙ ҡалдым, —
Тәмһеҙлектән йоттом
Телемде...
Дуҫлығыбыҙ ауыр таш икәне
Муйыныма аҫҡас
Беленде.

Мин батырмын...
Батҡан — батыр түгел,
Бахырлығын беләм
Мин уның.
Ләкин онотмағыҙ —
Муйынына
Нимә бәйләнгәнен
"Муму"ның...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад