Күҙҙәр08.12.2011
Гөлсирен менән Наҙгөл ҡыҙҙарыма.

Ике ҡыҙым —
Ике күҙем минең!..
Бөтә ғаләм һыя
Күҙҙәргә.
Күҙҙәр күҙгә баҡҡан
Саҡтарында,
Кәрәк түгел хатта
Һүҙҙәр ҙә.

Һеҙ юҡ саҡта
Донъям дөм ҡараңғы, —
Тома һуҡыр,
Зәғиф бер бәндә...
Төндәрем дә хатта
Ҡояшлылай,
Һеҙ булһағыҙ
Минең эргәмдә.

Ике ҡыҙым —
Ике күҙем минең!..
Һеҙ юҡ янда.
Нисек түҙермен!?
Тик Хоҙайҙан ғына
Ялбарамын:
Нурын һаҡла
Ошо күҙҙәрҙең!

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад