20 йыллап сәхнә түренән төшмәгән "Ант" төркөмө төрлө осорҙа маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Шулай ҙа төркөм етәксеһе Алмас Ғафаров тамашасы һөйөүен иң ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләй. "Былтыр Мәләүез районының Смаҡ ауылында мәктәп уҡыусылары өсөн концерт ҡуйҙыҡ. Шунда I класс балалары "Ҡыш бабай" йырын башынан аҙағына тиклем миңә ҡушылып йырланы. Быны ижадыбыҙға оло баһа тип ҡабул иттем", — ти ул.
"Ант"тарҙың үҙенсәлекле тауышы менән моңло йырҙарының сихри көсөнә инаныусылар ҙа бар. Белорет ҡалаһында була ул ваҡиға. Егеттәр концерт ҡуйғандан һуң бер ир, сәхнә артына килеп, күҙ йәштәре аша рәхмәт уҡый башлай. Биш йәшенә тиклем бер һүҙ ҙә әйтмәгән улы концертта Алмас Ғафаровҡа ҡушылып йырлап ебәргән икән! Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә шул.
Башҡорт эстрадаһында беренселәрҙән булып барлыҡҡа килгән һәм бөгөнгәсә тамашасыһына тоғро ҡалған "Ант" төркөмө 26 октябрҙә Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында юбилей концертын уҙғарырға йыйына. Вәғәҙә итеүҙәренсә, сатанлап килгәндәрҙе бейетерҙәй, моңһоҙҙарҙы йырлатырҙай сығыштар әҙерләгән улар.
— Элек төркөмдә Рәмил Ихсанов менән икәү эшләй инек, хәҙер өсөнсө кеше барлыҡҡа килде. Концертта яңы музыкантыбыҙҙы күрерһегеҙ, — ти Алмас Айрат улы. — Беҙҙән тыш, ижади дуҫтарыбыҙ ҙа сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Рим Хәсәнов, Артур Туҡтағолов, Сәйҙә Ильясова, Диана Ишниязова, Урал Рәшитов, Руслан Зөлҡәрнәев, Нәжип Юлдашбаев, Гөлназ Ҡәҙербирҙина менән Азат Исҡужин бар.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарын һағынып иҫкә алыусыларҙы тамаша айырыуса ныҡ илһамландырыр. Унда күптән таныш булған һәм яңы ижад ителгән йырҙар яңғыраясаҡ.
Нурзиә ХӘСӘНОВА.