Йөк аты08.12.2011
Тамара Ғәниеваға
Әгәр талант булһа
Һинең әшнәң,
Яҙыҡ түгел уға "һин" тип,
Һүҙ өндәшһәң.
М. Кәрим.
Бер һоҡланып,
Бер көнләшеп бағам
Һиндә ташып торған
Дарманға:
Иңдәреңдә —
Көйәнтәләй дуға,
Тауҙай йөк тейәлгән
Арбаңда.
Һин йөк атын
Хәтерләткән ҡатын,
Затың башҡорт аты
Тоҡомо.
Сыҙам аттар кеүек,
Аяғүрә
Үткәрәһеңдер ул
Йоҡоно.
Теш һындырыр
Ауыҙлыҡтар ҙа бар,
Тышауҙары инде
Етерлек...
Эй, был ҡатын-ҡыҙҙа
Булған ирлек —
Ирҙе ҡатын-ҡыҙҙай
Итерлек.
Салауат Әбүзәров