Тартыу көсө08.12.2011
Ерҙән киткән һыуҙар
күктән ҡайта,
Тыуған еркәй тарта —
Эй, мөғжизә!
Р. Бикбаев.

Тыуған ауыл
Магнит һымаҡ тарта, —
Йәнем тимер микән!?
Ә хыялым
Ҡалаға теш батырған, —
Кеме еңер икән?..

Тормош һандалында
Күп сүкелде, —
Бөгөлгәндер йәнем:
Ҡыҙарғанса
Уттар уртланым мин,
Белдем һалҡын тәмен...

Ауылдаштар
Мине ғәйепләмәҫ,
Әгәр йәнем ҡатһа.
Һис юғында,
Даға булһам ине
Һабан тартҡан атҡа!..

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад