Октябрҙең өсөнсө йомаһы – Китап көнө23.10.2012
«Кеше уйлап тапҡан меңәрләгән асыш араһында айырыуса бер мөғжизәлеһе китаптыр ул, моғайын. Китап кешенең аҡыл һәм күңел донъяһын бүҫкәртмәйенсә быуаттарҙан быуаттарға алып килеүсе һәм киләсәккә илтеүсе уңалмаҫ рухи хазиналар ҡаҙанышы ул», — тип яҙғайны заманында билдәле ғалим Ғайса Хөсәйенов. Ысынлап та, заман үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, китап кешенең төп рухи таянысы булып ҡала.

Рухи ҡиммәттәрҙе халыҡҡа еткереүсе Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте бына нисәмә йылдар инде халыҡты һөйөндөрә. Архив мәғлүмәттәренән, тарихсыларҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, «Китап»тың тыуған көн тип 1919 йылдың 16 октябре иҫәпләнә. Ошо уңайҙан быйылдан алып Нәшриәт көнө байрамы үткәрелә башланы.
Байрамды Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте етәксеһе Илһам Йәндәүләтов асты:
– Нәшриәттең тыуған көнөн беҙ беренсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Киләсәктә был байрамдың күркәм йолаға әүерелеп китеренә ышанабыҙ.
Нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева был һөнәри байрамдың октябрҙең өсөнсө йомаһында үткәреләсәге тураһындағы ҡарарҙы уҡып ишеттерҙе.
З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенән һуғышҡа алынып, яу яланында һәләк булғандарҙы ла онотмағандар. Сараға уларҙың туғандары саҡырылғайны. Ғүмерҙәрен яҡты киләсәк өсөн аямағандарҙы иҫкә алғандары өсөн Шаһийыһан Моратшиндың туғандары нәшриәт етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Байрам уңайынан бында «Халҡыбыҙҙың данлы шәхестәре», «Етәкселәребеҙ» тигән стендтар асылды.
Сараға шулай уҡ нәшриәт ветерандары ла килгәйне. Ләлә Бейешева «Китап»ҡа апаһының исемен биреп ҙурлағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, үҙебеҙҙең телдә китаптарҙы күберәк баҫтырайыҡ тигән теләген дә еткерҙе. Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, нәшриәттең тыуған көнөн рәсмиләштереү менән ҡотлап, үҙенең беренсе китабы нисек сығыуы хаҡында һөйләне.
– Бер быуатҡа яҡын эшләп килгән Зәйнәб Биишева исемендәге нәшриәттең үҙенең һөнәри байрамын булдырыуы — ҙур ваҡиға, – тине Башҡортостан Хөкүмәтенең гуманитар өлкә, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге советнигы Рәйлә Вахитова. – Нәшриәт бер нисә телдә китаптар сығара. Был ҙур хеҙмәт. Башҡа илдәрҙә лә беҙҙең китаптар хаҡында белергә тейештәр.
И. ҠОЛБАХТИНА.


Вернуться назад