Тыуған яҡта24.01.2012
Тыуған яҡта
Хатта эт өрөүен
Шиғыр итеп кенә
Ятларлыҡ бит.
Ап-аҡ ҡарын
Бысыратмаҫ өсөн,
Аяғыңды сисеп
Атларлыҡ бит!

Сафлыҡ бында —
Аяҡ аҫты тулы,
Ҡарҙары ла йәнгә
Йылы бөркә.
Бурандары,
Биттән үбә-үбә,
Ҡар бөртөгө итеп,
Һибә һеркә.

И, еремдең
Ихлас йомартлығы!
Һәр тарафтан
Сәскә оса бында.
Тәгәрәһәм ергә,
Ирермендәй
Ап-аҡ ҡарҙарыңдың
Ҡосағында!..

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад