Бөкө08.12.2011
Көнсығыш әкиәте буйынса

Оҙаҡ яттым мин шешәлә
Бикләнеп.
Башты баҫып, бөгәрләнеп,
Бөкләнеп.
Ҡотолоу юҡ һымаҡ ине.
Бер көнө
Бер изге йән һурып алды
Бөкөнө.

Килеп сыҡтым. Донъя ҡалай
Үҙгәргән!
Ҡапыл йәшем ағып китте
Күҙҙәрҙән.
Ҡотҡарыусым, һинең миңә,
Беләмен,
Өсәү түгел, хатта юҡ бер
Теләгең.

Теләк үтәр ҡөҙрәтем дә
Ҡалмаған.
Тотош илде, ана, Ендәр
Ялмаған.
Һүҙҙәремә әгәр минең
Шикләнһәң,
Ҡара, улар һарайҙарға
Бикләнгән.

Ярты халыҡ ята шешә
Эсендә,
Теләгегеҙ, бәлки, шуның
Өсөн дә
Үтәлмәйҙер. Уны кемдәр
Үтәһен?
Әллә Ендәр бикләп ҡуйған
Бөтәһен (?!)
Ен — иректә, ә кешеләр —
Шешәлә,
Сыға алмай, үҙе теләп
Төшә лә.
Мин дә төштөм. Сығырмын, тип
Уйланым,
Һиҙмәй ҡалдым Ендәр бөкө
Ҡуйғанын.

Һинең миңә теләгең юҡ,
Беләмен.
(Эстән генә үҙең минән
Көләһең).
Ләкин минең теләгем бар:
Үтенәм,
Һаҡланығыҙ шешә менән
Бөкөнән!

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад