Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә23.10.2012
Фәнәзип ЙЫҺАНГИРОВ:
— “Башҡортостан” гәзитенең юбилейын күптән көтә инем. Көнө билдәле булғас та гармунымды әҙерләп ҡуйҙым. Гәзитте оҙаҡ йылдар алдырам. Беренсе эш хаҡын алғандан бирле “Башҡортостан”дан өҙөлгәнем юҡ. Әле күҙ насар күрһә лә, яратҡан гәзитемде уҡып барам. Унһыҙ, ысынлап та, донъя йәмһеҙ һымаҡ. “Башҡортостан” — минең тормошом, кәңәшсем, яҡын дуҫым ул.

Роза менән Зиннур СОБХАНҒОЛОВТАР:
— “Башҡортостан”ды утыҙ йылға яҡын алдырабыҙ, башынан аҙағына тиклем бер мәҡәләне лә ҡалдырмай, ҡыҙыҡһынып уҡып сығабыҙ. Милли баҫмабыҙҙа беҙҙең таныштар, курсташтар йә уҡытыусылар йыш сығыш яһай. Таныш фамилия аҫтында нәшер ителгән мәҡәләләрҙе айырыуса яратып уҡыйбыҙ.

Факиһа ЗАКИРОВА:
— Ағайым уҡытыусы булды. Мәктәптә эш башлау менән бер ҡосаҡ гәзит-журналға яҙылды. Почтальондың килеүе оло байрам була торғайны. Барыбыҙ ҙа матбуғат баҫмаларын уҡыйбыҙ, ҡыҙыҡлы мәҡәләләрҙе ҡырҡып алып, класташтарыбыҙ алдында сығыш яһайбыҙ. Шуға ла, буй еткергәс, тормош мине тыуған яғымдан айырһа ла, “Башҡортостан”дан айыра алманы. 15 йыл Ҡаҙағстанда, унан һуң Татарстанда йәшәнем. Был 80-се йылдар ине. Ара алыҫ булһа ла, гәзит өҙлөкһөҙ килеп торҙо. Әле күҙем хәрефте бөтөнләй күрмәй. Шуға ҡарамаҫтан, алдырам, мәҡәләләрен таныштарымдан, яҡындарымдан уҡытам.

Лиә ҒҮМӘРОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы:
— 51 йыл уҡытыусы булып эшләнем. Ошо дәүер эсендә бер ҙә “Башҡортостан”дан айырылғаным булманы. Гәзит оҡшай. Сифаты яҡшы, мәҡәләләр мәғәнәле, фотоһүрәттәр һәйбәт. Шулай ҙа, форсаттан файҙаланып, теләктәремде лә еткергем килә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ошо ауыр заманда эшләгән кешеләр хаҡында йышыраҡ яҙһағыҙ ине. Уҡытыусылар гәзитте алдырһын. “Башҡортостан” уларҙың өҫтәл гәзите булырға тейеш. Бындағы мәҡәләләрҙе дәрестә ҡулланыу ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Динара КӘРИМОВА, Гөлиә ШӘРӘФЕТДИНОВА, Сафия СУФИЯНОВА, Аҡйондоҙ ЙӘНЕШЕВА, БДУ студенттары:
— Атай-әсәйҙәребеҙ гәзитте алдыра. Беҙ иһә әлегә уны йә китапханала, йә ялға ҡайтҡанда өйҙә уҡыйбыҙ. “Һорау — яуап” рубрикаһы, төрлө кешеләр тураһында һүрәтләмәләр оҡшай. Йәштәр тормошо сағылдырылған мәҡәләләр һирәк була, шуға ла был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн гәзиткә яҙышып торорға һүҙ бирәбеҙ.

Альбина ҒӘЛИМОВА, Благовещен ҡалаһы:
— Яратҡан баҫмамдың дуҫтарын байрамға йыйыуын белеү менән килеп еттем. Үҙем заводта эшләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таныштарым араһында милли баҫмаларға яҙылыусылар һирәк. Кеше һаман ниндәйҙер һылтау таба. Шуға ла гәзитте эшкә алып барам. Хеҙмәттәштәрем ҡыҙыҡһынып уҡый. Айырыуса “Эй, тормош”, “Замандаш”, “Матур үтһен ялығыҙ” биттәрен яратабыҙ. “Һеҙ яратҡан йыр” рубрикаһындағы йырҙарҙы ҡырҡып, бер блокнотҡа йәбештереп барам. Проблема күтәргән, күләмле мәҡәләләр айырыуса оҡшай, сөнки күңел биреп, мәсьәләнең айышына төшөп уҡыйһың.


Вернуться назад