Юбилейың менән!23.10.2012
Башҡортостан, тиһәм,
йәнтөйәгем,
Күҙ алдыма баҫа киңлектәр.
Мөмкинме һуң яратмаҫҡа һине,
Исемеңә хатта тиң юҡтыр.
Бер быуаттай тарих яҙа һиндә,
Олпат бер аҙашың, һүҙе — тостан.
Халыҡ ғәме менән яна баҫма,
Гәзитебеҙ — беҙҙең
“Башҡортостан”.
Милли баҫмаларҙың аҡһаҡалы —
Исеме лә, есеме лә яҡын.
Замандашы күңеленә юлды
Таба белде, бирҙе беҙгә ялҡын.
Үткәнеңде һинең байҡағанда,
Тоям кеүек осло ҡәләмеңде.
Шул уҡ сая, шул уҡ етеҙ булып,
Иртәгә лә еткер сәләмеңде.
Һәр башҡорттоң өҫтәлендә ятһаң,
Ошо булыр халыҡ баһаһы.
Маҡсатың бар — халҡың һүҙе
булып,
Заман менән бергә бараһы.
“Йәшлек”тәр.