Юғалтыу08.12.2011
Үҙ-үҙемде юғалттым мин:
— Күрмәнегеҙме мине?
— Әле генә был тирәнән
Үтеп киткәндәй ине...

— Ҡыҙҙар, бәлки, һеҙҙең янға
Һуғылғандыр?
Шуҡ бит ул.
— Ул егетте әйтәһеңме?
Күптән инде
Юҡ бит ул.

— Әллә, ағай, һин күрҙеңме,
Алғандыр, бәлки, "һалып"?
— И-һи, энем, был донъяла
Бармы "һалмаған" халыҡ!?

Ҡайҙа юғалды икән һуң,
Ҡайҙа юл алды икән?
Әллә йылдар шырлығында
Аҙашып ҡалды микән?

Тиҙҙән таң да һыҙыла бит —
Ул ҡайтмай һаман, ай-бай.
...Ете төндә,
Таяҡ тотоп,
Йәшлеген эҙләй бабай.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад