Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа, ерҙә мин бер шундай юламан20.10.2012
Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

***
Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла,
Ҡырҡ эшем ҡырылып ятып ҡалһа ла,
Һуғыр аҡтыҡҡа сәғәтем бер заман,
Һәм мин китеп тә барырмын донъянан.
Яҡтырыр һаман хәүефһеҙ был йыһан,
Ҡуҙғалмаҫ хатта ерҙәге бер туҙан.

Һуңғы юлға дуҫтар алып китерҙәр,
О, мин наҙлы, күтәреп үк илтерҙәр.
Күтәрһендәр! Тау хәтле йөктәрҙе
Тере саҡта эһ тә итмәй күтәрҙем.

Ергә киске эңер төшөп килгәндә,
Дуҫтар ҡайтып ултырырҙар бүлмәмдә.
Ҡараңғыла, һөртмәйенсә күҙ йәшен,
Берәү шул саҡ тыныс ҡына өндәшер:

— Арабыҙҙан тик бер кеше юғалды —
Ниндәй тулы донъя нисек буш ҡалды...

1948.

***

Елдәр иҫкән һайын, ҡайындарҙа
Япраҡ кәмей шөйлә.
Йылдар үткән һайын, табындарҙа
Дуҫтар кәмей килә.

Йылдар — елдәр. Шәфҡәт көтөп булмай
Улар вайымынан.
Япраҡ кеүек ҡойола ҡай исемдәр
Йөрәк ҡайынынан.

Ҡай япраҡтар ҡырҡ ҡырау күрә,
Хатта шул сағында,
Йәшел көйө туңып, бөгәрләнеп
Ҡала ботағында.
Йылдар үткән һайын, әммә дуҫтар
Кәмей һәр табында.

Әллә ҡояшыбыҙ һаранайып,
Яйлаймы көҙ яйын?
Бәлки, беҙгә аҡыл ултыралыр,
Ғүмер үткән һайын.

1962.

***
Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,
Ерҙә мин бер шундай юламан,
Көндөҙ мин — ҡояшҡа, ә төндәрен
Йондоҙҙарға ҡарап юл алам.

Иренемде ҡаршы елдәр киҫте,
Сәсемдә сал — йылдар туҙаны,
Ишектәрҙе шаҡып инәмен дә
Йөрәктәрҙе ҡағып уҙамын.

Тик ҡояшты болот ҡаплап китә
Көндәр боҙоҡ, йонсоу заманда.
Йондоҙҙар ҙа,
Хатта йондоҙҙар ҙа
Томалана төнгө томанда.

Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта,
Йондоҙҙарҙай күреп,
Мин күҙҙәргә ҡарап барамын,
Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, —
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.

1963.

***

Мин киткәндә: “Етем ҡалдырма!” — тип
Шиғырҙарым арттан эйәрер.
Балаларым! Һеҙҙең тоғролоҡҡа
Хәҙерҙән үк башым эйәмен.

...Сабый сағым. Атын егеп, атай
Сығыр ғына хәл юҡ ҡуранан,
Йөк артынан тыр-тыр эйәрәм дә:
“Мине ал!” — тип донъя ҡубарам.

Бер аҙ барғас, атын туҡтата ла
Мине ултырта атай алдына,
Әммә баҫыу ҡапҡаһына еткәс,
Арбаһынан төшөрөп ҡалдыра.

Шиғырҙарым,
Һеҙҙе алырмын “имән кәмәмә” мин,
Һуңғы елдәр өргәс елкәнгә.
Тик барыбер төшөрөп ҡалдырырмын
Зыярат ҡапҡаһына еткәндә.

Һеҙ гонаһһыҙ. Мин бит беләм һеҙҙе.
Һеҙ төштөгөҙ миңә күктәрҙән;
Бар яҙыҡты үҙ өҫтөмә алам,
Бар язаһын үҙем күтәрәм.


***

Көҙҙө оҙаҡ көҙән йыйырҙы,
Ысҡындырмаҫ һымаҡ.
Ысҡындырҙы. Көҙ күҙҙәрен асты,
Күҙҙәрендә — сыуаҡ.

Ерҙең сафлығына хайран ҡалып,
Урман буйлап барам.
Ғазап кискән был сафлыҡты тапау
Түгел микән харам?

Ә мин барам. Япраҡ, хас йәнләнеп,
Килә ҡыштыр-ҡыштыр:
— Яфанан һуң өмөт иткәнебеҙ
Инде ап-аҡ ҡыштыр...

1990.


Вернуться назад