Алтын тире08.12.2011
Ерҙә һәр кем Ясон кеүек
Эҙләй "Алтын тире"не.
Хыялымды карап итеп,
Мин дә эҙләп йөрөнөм.

Тормош диңгеҙендә карап
Юлдан яҙып сайҡалды.
Тау-тау тулҡындар бәргәндә
Түңкәрелмәй саҡ ҡалды.

Йондоҙҙарҙы болот япты —
Юғалды йүнәлешем.
Артта — күбек,
Алда — күбек...
Юҡ, имеш, йүнле эшем.

Ярҙан-ярға һуғып, диңгеҙ
Ғүмерлек һабаҡ бирҙе:
"Алтын тире" эҙләп йөрөп,
Түккәнмен алтын тирҙе.

..."Алтын тире" эҙләп әгәр
Юлға сыҡһа берегеҙ,
Белегеҙ:
Ул тиренән дә
Ҡыйбат түккән тирегеҙ.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад