“Башҡортостан” гәзите редакцияһының хәбәрселәре Сибай ҡалаһында халыҡ менән осрашыу үткәргән саҡта Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Әбйәлил районының Амангилде ауылынан “Сәсмәүер” фольклор ансамбленең сығышын тамаша ҡылып хайран ҡалғайны. Һай, үҙебеҙҙең инәйҙәр! Теге “Евровидение” конкурсында ҡатнашып, донъяны шаҡ ҡатырған “Буран әбейҙәре”нән һис тә кәм түгел. Арттырып ебәрмәһәләр әле! Ышанмайһығыҙмы? Улайһа, бына, “Сәсмәүер” йырлаған бер таҡмаҡты һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, Әбйәлил инәйҙәренең моңло тауышын гәзиткә төрөп биреп булмай. Был йәһәттән Башҡортостан телерадиокомпанияһы уларҙың йыр-бейеүҙәрен донъяға таратыр әле, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Бөгөн бында йыйылғандар
Матбуғат йондоҙҙары.
Һеҙҙе маҡтай, һеҙҙе данлай
“Сәсмәүер”ҙең йырҙары.
“Башҡортостан”
килгән ҡунаҡҡа
Күрше Баймаҡ еренә.
Ҡайнар сәләм еткерәбеҙ
Коллективтың үҙенә.
Ижадығыҙ сәскә атһын,
Халыҡ һеҙҙән ҡәнәғәт.
Бергә булһын, берҙәм булһын
Хәбәрсе һәм йәмәғәт.
Әбйәлилдең урмандары
Ҡарағас та ҡарағай.
“Башҡортостан”ға яҙылдыҡ
Бер нәмәгә ҡарамай.
“Башҡортостан”ға яҙылыу
Бөгөн дә дәррәү бара.
Баймаҡ нисек сыҙап ята,
Әбйәлил үтеп бара!
Ауыл “Башҡортостан” уҡый,
Уҡый әбей-бабайҙар.
Яҙыла микән гәзиткә
Өфөләге ағайҙар?
Өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ,
Һанама донъя малын.
Исмаһам, алдырып уҡы
“Башҡортостан” –
Йома”һын.
Республикамдың көҙгөһө —
Гәзит ғүмерле булһын.
“Башҡортостан” уҡымағас,
Ул ниндәй башҡорт булһын!
Яҙылайыҡ, арттырайыҡ
“Башҡортостан”дың һанын.
Беҙ күтәрмәй, кем күтәрһен
Милли матбуғат данын?!
Илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр,
Һеҙгә ҡарап йырлайбыҙ,
Күмәкләһәк, “Башҡортостан”
Бирешмәҫ тип уйлайбыҙ.
Ҡотло булһын юбилейың,
Һүрелмәһен ялҡының,
95 йәшлек йондоҙо
Башҡорт матбуғатының!