Гәзитемә әйтер һүҙем бар...18.10.2012
Баҫмабыҙҙың ҙур юбилейын билдәләйбеҙ. Иң оло байлығыбыҙ — һеҙ, уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙең өсөн тырышабыҙ, эҙләнәбеҙ, камиллашабыҙ. Шуға күрә һәр саҡ уй-фекерҙәрегеҙҙе тыңлап эш итәбеҙ. Әле лә байрамыбыҙ алдынан гәзит уҡыусыларҙың “Башҡортостан”ға әйтер теләге, тәҡдиме менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Юлай ЯҠУПОВ, пенсионер, Баймаҡ районы:
— “Башҡортостан”ды үҙемде белгәндән бирле уҡып барам. Алдырмай ҡалған бер йыл да булманы. Яңғырауыҡлы һүҙ кеүек яңғыраһа ла, әйтәйем: баҫмаһыҙ тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым. Унда бит республикабыҙ һулышы, милләтебеҙ, телебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙҙең үткәне һәм киләсәге сағыла.

Рәсилә ШАФИҠОВА, уҡытыусы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— “Башҡортостан” гәзите менән “яҡындан танышыуыма” ике йыл ғына. Быға тиклем ниндәйҙер сәбәптәр буйынса алдырмағанбыҙ. Әммә хәҙер унан айырылмаҫҡа иҫәп тотам. Үҙем һәм балаларым өсөн күп яңылыҡ астым. Гәзит — көндәлек мәғлүмәт баҫмаһы ғына түгел, дәрестәрҙә файҙаланырлыҡ төплө, бай мәғлүмәт сығанағы ул. Айырыуса кәрәк тип тапҡандарын ҡырҡып алып һаҡлайым.

Айгөл ХӘЛИМОВА, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре, Ишембай районы:
— Форсаттан файҙаланып, яратҡан гәзитемде юбилейы менән ҡотлағым һәм барлыҡ коллективҡа рәхмәт әйткем килә. Көн һайын гәзит менән бергә өйөбөҙгә республика килеп инәме ни! Яңылыҡтар беләбеҙ, файҙалы мәғлүмәттәр табабыҙ, ғибрәтле яҙмыштар, төрлө хәлдәр тураһында уҡып тетрәнәбеҙ.

Радик МАЛИКОВ, Бөрйән районы:
— Гәзит тураһында тик ыңғай фекер белдерге килә. Республикабыҙҙың исемен йөрөткән баҫмаға башҡаса әйтеү мөмкин дә түгелдер. Ғөмүмән, беҙҙең ғаилә башҡорт матбуғаты менән дуҫ. Балалар өсөн дә, үҙебеҙгә лә төрлө гәзит-журнал алдырабыҙ. Һәр бер һанын ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Оҡшамай тип әйтерлек бер нәмә лә юҡ, барыһы ла фәһемле. Һуңғы арала баҫма тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ сыға башланы, яңы рубрикалар барлыҡҡа килде. Беҙ уларҙы күреп торабыҙ, хуплайбыҙ.

Гөлдәр ИСҠУЖИНА, уҡытыусы, Өфө ҡалаһы:
— Тарих, тел, мәҙәниәт уҡытыусылары өсөн “Башҡортостан” — ҙур табыш. Һәр һанында тиерлек дәрестә ҡулланырлыҡ шәп мәҡәләләр бар. Шул уҡ ваҡытта күңел асырлыҡ, ғибрәт алырлыҡ һәм уйланырлыҡтары ла етерлек. “Афарин!” тип әйтеүҙән башҡа һүҙем юҡ. Коллективҡа уңыштар теләйем!
Әлфиә ӘЙҮПОВА
яҙып алды.


Вернуться назад