Халыҡ менән бергә үҫте18.10.2012
Халыҡ менән бергә үҫте“Башҡортостан” гәзитенә — 95 йыл. Ошо һүҙҙәр күпме аяуһыҙ көрәш, кисерештәр, уйланыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр менән бергә шатлыҡлы минуттарҙы ла эсенә йәшергән оло бер кеше ғүмере булып күҙ алдына килеп баҫа. Уға бынан 95 йыл элек нигеҙ һалыусылар һәм бөгөнгәсә ҡытыршылы юлдар үтеп гәзитебеҙҙең бәҫен төшөрмәй, киреһенсә, һәр бер мөхәррир уны камиллаштырыуға күпме көс һалып, йөкмәткеһен байытыуға, биҙәү мөмкинлектәрен киңәйтеүгә яңынан-яңы ысулдар табып, булмышы менән уны халыҡ гәзите дәрәжәһенә күтәргән матбуғатсылар алдында баш эйәм һәм уларҙы оло байрам менән ҡотлайым.

Әле алдымда атайым Ғибаҙулла Бейешевтың ваҡытында үҙенә мөһим тип табылған мәҡәләләрҙе төпләп альбом формаһында ҡалдырған яҙмалар йыйынтығы ята. Ул ғүмер буйы “Башҡортостан”ды алдырып уҡыу ғына түгел, уға әүҙем яҙыусы, мәҡәләләрендә ил яҙмышы өсөн берсә көйөнөп, берсә һөйөнөп, йәғни донъяуи мәсьәләләрҙе тотош эсенә алған бик күп сығыштар авторы булды. Төрлө йылдарҙағы мәҡәләләрҙе уҡыйым да, “Башҡортостан” гәзите ниндәй генә сәйәси бәрелештәр мәлендә булһынмы, дәүләт ҡоролошо осорондамы — әммә ул ил яҙмышына, үҙенең төп бурысы — халыҡҡа заманаға ҡарап дөрөҫ юл күрһәтеүсе ролен юғалтмаған, уға тоғро хеҙмәт иткән һәм итә килә. “Башҡортостан” яҙмышында тотош бер дәүер кешеләре яҙмышы ла сағылыш тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым үҙе хаҡлы ялға сығып, буш ваҡыты булғас ҡына был эшкә тотонғандыр, күрәһең, сөнки был альбом-йыйынтыҡ күберәк 1957 — 1979 йылдарҙы эсенә алған. Дәүеренең күренекле яҙыусылары — Сәғит Агиш, Әкрәм Вәли, Әхтәм Ихсан, байтаҡ ғалимдарҙың әйткәндәре, ҡиммәтле һүҙҙәре, яугирҙәр тураһында, ауыл тормошо, тәнҡит мәҡәләләре, Батыр Вәлидтең, Рәшит Ниғмәтиҙең һәм башҡа авторҙарҙың шиғырҙары, башҡорт халыҡ йырҙарының тарихы һәм башҡа бик күп үҙе мөһим тип тапҡан мәҡәләләр бар унда.
1918 йылдың 1 мартында, әле башҡорт теле орфографияһы эшләнеп өлгөрмәү сәбәпле, яңы әлиф менән татар һәм урыҫ телендә нәшер ителгән “Башкурдистань” гәзитенең дә һаны бар.
1935 йылдың 25 февралендә Дауыт Юлтый “Башҡортостан” газетаһы тураһында” тигән мәҡәләһе менән сығыш яһаған. Ул 1957 йылда яңынан баҫыла. Бына ул нимә тип яҙа: “1920 йылдың көҙөндә мин Стәрлетамаҡҡа килдем. Бында мине Башвоенкоматтың политуправлениеһы саҡырып алды... һәм башҡорт ҡыҙыл армеецтарына газета сығарыу эшенә ҡуштылар. Мин Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Ҡыҙыл батыр” исеме менән газета сығара башланым. Ул ваҡытта “Башҡортостан” газетаһында Заһит Шәрҡи-Йосопов редактор ине. Ул бер үҙе эшләй ине... Бушаған арала мин уға ярҙамлаштым. Ул оҙаҡ эшләмәне, Өфөгә күсте. Ә мине обком “Башҡортостан” газетаһының редакторы итеп ҡуйҙы”.
Әлбиттә, ауырлыҡтар аша ул дәүерҙәгеләр гәзиткә төҫ, йәм биреп, алдарына оло маҡсат ҡуйып, баҫма ғүмергә йәшәйәсәгенә ышанып эшләгән. Аҙнаһына бер генә сыҡҡан гәзитте инде әҙ генә ваҡыт эсендә ике тапҡыр сығарыуға өлгәшәләр. Күберәк сығарыу өсөн ҡағыҙҙың етешмәүе, типографияның өлгөрмәүе ҡамасаулаған. Шулай ҙа юғалып ҡалмағандар, “Башҡортостан” гәзитенә ваҡытының күренекле, көслө рухлы кешеләре күпләп килә башлаған. Артабан бына нимә ти Дауыт Юлтый: “Фәйзи Жданов, Хәйҙәр Лотфи, Бәхтиәр Мирзанов, Шакир Рәман, Төхфәт Йәнәби, Имай Насыри, Ғабдрахман Ғабдрахманов (Булат Ишемғолов), Төбәй Ҡушай, Кәрим Ишморат һәм башҡа бик күп кешеләр газета эшендә ҡатнаша башланылар. Ошо ваҡыттан алып “Башҡортостан” газетаһы күҙгә күренеп үҫте һәм масса араһында таратыла башланы. Стәрлетамаҡта комсомол обкомы тарафынан “Йәш йөрәк”, башпрофсовет тарафынан Төхфәт Йәнәби редакторлығында “Эш таңы”, башҡортса “Ҡыҙыл Йондоҙ” (редакторы Фәйзи Жданов булды) нәшер ителде. Был инде Башҡортостанда совет матбуғаты тыуыуҙың күренекле аҙымы ине”. 1921 йылда үткән Бөтә Рәсәйҙең 9-сы съезында ҡатнашыуы һәм В.И. Лениндың “Башҡортостан” гәзитен ҡағыҙ менән тәьмин итергә бойороҡ биреүен дә ҙур ҡәнәғәтләнеү менән хәтерләй. Ул ғына ла түгел, 1921 йылғы ҡот осҡос аслыҡ һәм власть өсөн барған көрәштә һәр милләт гәзитенең ролен һәм маҡсатына ирешеүгә күрһәтмә биреүенә лә ҙур баһа бирә Дауыт Юлтый.
Ул дәүерҙә яңы барлыҡҡа килгән совет гәзиттәре менән бергә буржуазия идеяһына хеҙмәт иткән “Башҡорт”, “Башҡорт тауышы”, “Башҡорт Хөкүмәтенең теле” тигән исем менән сығарылған гәзиттәр араһында бер туҡтауһыҙ ҡаты алыш бара. Һәр гәзит үҙ идеологияһын дөрөҫ тип һанай. Ошондай шарттарҙа партия талабын алға һөрөү, ябай халыҡҡа аңлатыу эше алып барыу, мәғлүмәт биреү гәзиткә еңел булмай. Баҫмабыҙ өҙлөкһөҙ ҡаты көрәштә барлыҡҡа килә, камиллаша, үҫә, нығына. “Башҡортостан” менән бергә хеҙмәткәрҙәре лә төрлө яҡлап үҫкән, көс йыйған.
Тарихи мәғлүмәттәр буйынса башҡорт телендә төрлө дәүерҙә, төрлө йөкмәткеле гәзиттәр сыға килгән. Әммә шулар араһында үҙенең алдына ҡуйған маҡсатына хыянат итмәй ҡалған республикабыҙҙың төп гәзите йәшәй, йәшәйәсәк.
Әлбиттә, бөгөн күп кеше аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Аҡса бер ҡасан да булмаған, ләкин халыҡ ауыр ваҡытта ла үҙ матбуғатын һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек тапҡан, сөнки матбуғаттың аң-белемдә тотҡан урынын ябай кеше дөрөҫ аңлаған. Әйткәндәй, һуғыштан һуңғы йылдар еңел булдымы ни? Шулай ҙа һәр өйҙә дүрт-биш дана гәзит-журнал яҙҙырырҙар ине. Тимәк, халыҡ матди байлыҡҡа ҡарағанда рухи байлыҡҡа ҙур урын биргән, аҡса ҡоло булмаған. Беҙҙең халыҡ юҡҡа ғына “Аҡса байлыҡ — бер айлыҡ, белем байлыҡ — мәңгелек” тип әйтмәгән. Матбуғат аша халыҡ бөгөнгө үрҙәргә үрләне, үҙаңын байытты. Халыҡ гәзит менән, гәзит халыҡ менән бергә үҫте.
Борон беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡысҡырып, ғауға күтәреп йөрөмәгән, әммә ауырлыҡ килгәндә, ҡурҡыныс янағанда дәррәү тотонған, илде ҡотҡара белгән. Ә бөгөн, һәр кемгә билдәле булыуынса, телебеҙгә, тимәк, милли матбуғатыбыҙға ҡаршы аяуһыҙ көрәш барған осорҙа берҙәмлек менән был ауырлыҡты ла еңергә тейешбеҙ.
Бөгөн ҡайһы берәүҙәребеҙҙең “мин — башҡорт” тип күкрәк һуғып йөрөүенән ни фәтүә?! Әгәр ул 95 йыл буйы милләтебеҙгә тоғро хеҙмәт иткән “Башҡортостан”ға һәм башҡа милли баҫмаларға яҙылмаһа? “Башҡортостан” — үҙебеҙҙең гәзит, шуға ла уны тулыландырыу, төрләндереү, тәрән йөкмәткеле итеү ҙә беҙҙән — уҡыусыларҙың, алдырыусыларҙың әүҙемлегенән тора.
“Башҡортостан” — ул беҙҙең көндәлек йөҙөбөҙ. Башҡалар алдында йөҙөбөҙгә оят килтермәйек, туғандар!
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
“Башҡортостан” гәзитенең кәңәшселәр ҡоро ағзаһы.


Вернуться назад