Бейеклеккә08.12.2011
* * *
Бейеклеккә
Хайран ҡалып торам,
Бейеклектә
Аҡҡан ағымға.
Унда мәңге
Барып етеп булмаҫ,
Күпме генә
Ҡанат ҡағынма.

Етә алмаҫ унда,
Етә алмаҫ
Әҙәм түгел,
Шайтан заты ла.
Уйлап ҡуям:
Ә йондоҙҙар күктән
Ер йөҙөнә табан
Атыла...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад