“Башҡортостан” — минең өсөн иң ҡәҙерле гәзит, йәштәшем тип әйтерлек. Минең тормошома ул 1935 йылда килеп инде. Тәүге шиғырҙарымдың ҡайһы берҙәре ошонда донъя күрҙе. Хәтеремдә, беренсе шиғырымды алып килгәс, шул осорҙағы баш мөхәррир Төхфәт Йәнәби: “Шиғыры барырлыҡ түгел, ләкин ҡәбилиәте (һәләте) бар”, — тип имза һалып сығарғайны. Ошо һәләтемде күреү күңелемә ижади ҡанат ҡуйҙы. Ғөмүмән, миңә генә түгел, күп яҙыусыларға дәрт-дарман өҫтәне “Башҡортостан”. Ошо гәзиттә шиғыр сығарыу һәр ваҡыт оло мәртәбә, ҙур ваҡиға булды.
Мостай КӘРИМ.
(“Башҡортостан”, 2003 йыл, 1 март).