Рауил Шаммас, шағир:— Бынан 55 йыл элек, 1957 йылда, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә тәүге шиғырҙарым шәлкеме баҫылып сыҡты. Ул ваҡытта үҙебеҙҙең Стәрлебаш районының Йәшергән ауылында уҡытыусы булып эшләй инем. Шул саҡта шиғырҙар яҙыу менән мауығып киттем. Улар йыш ҡына район гәзитендә баҫылып торҙо.
Бер мәл шиғырҙарымды алдым да Өфөгә йүнәлдем. Һәр редакцияға инеп, әҫәрҙәремде ҡалдырҙым. Ул саҡта “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһының әҙәбиәт бүлегендә яҡташым Ғәли Ибраһимов менән йәш шағир, йәштәшем Абдулхаҡ Игебаев эшләй ине. Улар изге теләк менән яҙмаларымды алып ҡалды. “Оҙаҡламай сығарырбыҙ”, — тип вәғәҙә итте. Һүҙҙәре раҫ булды: тиҙҙән Муса Йәлилгә арналған “Үлемһеҙ йыр”ым, “Шымабай шымарта” сатирик шиғырым донъя күрҙе. Был республика матбуғатында тәүге сығышым ине. Ул ижадыма ҡанат бирҙе. Яңы әҫәрҙәр яҙырға керештем.
Шулай итеп, яратҡан гәзитемдең уҡыусыһы ғына түгел, авторы ла булып киттем. Бында ярты быуаттан ашыу мәҡәләләрем, шиғырҙарым баҫылып килә. Гәзиттең 95 йыллығын да күрергә насип булды. Ғүмер булып, уның менән киләсәктә лә бергә атларбыҙ, тигән уйҙамын.
Өлкән йәштәге шағир булараҡ, гәзит редакцияһын оло юбилей менән ҡотлайым. Коллективҡа ижади уңыштар теләйем.