Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА, шағирә:18.10.2012
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА, шағирә:— Миң иҫ белә башлағандан бирле (ә ул мәлгә 60 йылға яҡын ваҡыт уҙған), беҙҙең өйҙә һәр саҡ “Совет Башҡортостаны” (элек “Башҡортостан” шулай атала ине) гәзитен уҡынылар. Ғаиләбеҙ йыл һайын 15 – 20-ләп баҫма алдырыр, ә олатайым иң тәүҙә “Совет Башҡортостаны”на яҙылыр ине. Иҫке төрки, ғәрәп, фарсы телдәрендәге китаптарҙы иркен уҡыған өләсәйем, гәзиттә баҫылған мәҡәләләрҙе уҡыр өсөн минән хәҙерге алфавитты өйрәнде… Әле уйлап ҡуям: ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу шундай арзан булған. Гәзит-журнал алдырмаған бер генә лә ғаилә юҡ ине, буғай. Ғөмүмән, халыҡ ул йылдарҙа — әле беҙ тиргәгән совет заманында — күп уҡый торғайны. Ярай, быныһы һүҙ ыңғайы ғына.
“Совет Башҡортостаны”, ә һуңғараҡ “Башҡортостан” гәзите йылдар үткән һайын беҙҙең ғаиләлә бер быуындан икенсеһенә эстафета шикелле тапшырыла килде. Мәктәп осоронда тәүге сиратта “Өлгөрбай яҙмалары”н уҡығаным хәтеремдә. Был коллектив псевдоним булдымы — әйтә алмайым, ләкин фельетондар бик оҡшай ине.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында I курста уҡып йөрөйөм. Уҡытыусым, мәрхүм Марат ағай Минһажетдинов беҙгә ниндәй ҙә булһа китапҡа рецензия яҙырға ҡушты. Мин Рәшит Назаровтың “Ҡояш юлы буйлап” исемле бәләкәй генә йыйынтығын һайланым. Йоҡа ғына китап, ә ниндәй шиғырҙар ине унда!
Марат ағай рецензияны аудиторияла ҡысҡырып уҡыны ла: “Мин быны гәзиткә бирәм”, – тип һалып алды. Яҙмам бер юлы тигәндәй ике гәзиттә — “Совет Башҡортостаны” һәм “Ленинсы”ла донъя күрҙе. Был минең өсөн иҫ китмәле, оло бер ваҡиға булғайны.
“Башҡортостан”ға яҙыша башлауым һуңғараҡ булды: 1990 йылда Германияға барып ҡайтҡас, сәфәр тәьҫораттары менән бүлешмәй булдыра алманым. Әлбиттә, быға тиклем шиғырҙарым “Башҡортостан”да баҫыла ине.
Һуңынан үҙемә “Башҡортостан” гәзитендә эшләргә лә насип булды. Байтаҡ ваҡыт сәйәсәт һәм ижтимағи тормош бүлеген, артабан әҙәбиәт бүлеген етәкләнем. Гәзиттә эшләгән йылдарым яҡты бер хәтирә булып ҡалды.
“Башҡортостан” гәзите минең өсөн нимә? Тәү нәүбәттә — республикам тормошо көҙгөһө, халҡымдың күңел кисерештәре сағылышы, тарихи хәтирә.
Гәзит миңә тематик төрлөлөгө, фекер тәрәнлеге һәм, әлбиттә, әҙәби әҫәрҙәргә мул урын бирелеүе менән оҡшай. “Көн һайын ошо урында”, “Эй, тормош”, “Киҫешкәндә ғүмер юлдары”, “Замандаш”, “Башҡорт эшҡыуарлығы” һәм башҡа рубрикаларҙағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым. Хәлемдән килгәнсә үҙем дә яҙып торам.


Вернуться назад