Намыҫ эше18.10.2012
Намыҫ эшеГәзитем, һин – мәңгелеккә поста,
Ғүмерлеккә һаҡҡа торғанһың.
Ерҙә хаҡлыҡ тантанаһы өсөн
Юлды ғәҙеллеккә борғанһың.

Көндәр, айҙар түгел, быуат аша
Күрә һинең үткер күҙҙәрең.
Борон ташҡа яҙылғандай бөгөн
Заман талап иткән һүҙҙәрең.

Ҡыйыу яугир һымаҡ яуҙаһың һин,
Ҡәләм, хаҡ һүҙ — уғың-һаҙағың.
Һүҙ әйтәһең иң кәрәкле саҡта,
Яҡшы бөтһөн өсөн аҙағы.

Иң-иң боролошло мәлдәрҙә лә,
Икеләнеп, аҙап ҡалмайһың.
Ғәҙеллеккә көрәш яуҙарында
Һис тә ҡоралыңды һалмайһың.

Һәр бер ил эшендә эҙҙәре бар
Ваҡытында әйткән һүҙеңдең.
Халыҡ, хаҡлыҡ яҡлап, көсөң етмәй
Яҡларға тик ҡай саҡ үҙеңде.

Телде һаҡлау, ерҙе һаҡлау бөгөн —
Илде һаҡлау — намыҫ эшебеҙ.
Шуларҙы тик тотош үтәгәндә —
Шунда ғына ерҙә Кеше беҙ.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты


Вернуться назад