Ҡотлауҙар18.10.2012
Баймаҡ районы хакимиәте:

“Һис шикһеҙ, үткән йылдар “Башҡортостан” гәзите өсөн оло һынылыш осоро булды. Ошо ваҡыт эсендә яратҡан баҫмабыҙ республика халҡына тик изгелек таратты, шатлыҡ-ҡыуаныстар өләште.
Ырыҫлы һәм бәрәкәтле Башҡортостан ерен, уның эшһөйәр халҡын данлап, республиканың көндәлек тормошон сағылдырып ҡына ҡалмай гәзитебеҙ, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе киләсәк быуындарға эҙмә-эҙлекле еткереүсе булып тора”.

Салауат ҡалаһы хакимиәте:

“Гәзит нәшер ителә башлағандан алып заман менән бергә атлап, ватансылыҡ идеяларын яҡланы, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур көс һалды. Гәзиттә эшләгән журналистар көн ҡаҙағына һуҡҡан темаларҙы ҡыйыу яҡтыртыуы менән айырылып торҙо. Гәзиттең уңышы — йылдар буйы гәзит хеҙмәткәрҙәре тарафынан уның дизайны, йөкмәткеһе өҫтөндә эшләгән ентекле эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе ул”.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты

“Бына бер быуатҡа яҡын “Башҡортостан”, республикабыҙҙағы төп милли баҫмаларҙың береһе булараҡ, иңенә һалынған маҡсат-бурыстарҙы намыҫ һәм ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып килә. “Башҡортостан” гәзите ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзитенә әүерелде.
Беҙҙе тағы ла шул ҡыуандыра: “Башҡортостан” көньяҡ-көнсығыш райондарын, шул иҫәптән Сибай институтын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Ағымдағы йыл барышында ғына гәзит биттәрендә беҙҙең уҡыу йортона ҡағылышлы тиҫтәгә яҡын материал донъя күреүе — әйтелгәндәргә ҡеүәт. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙҙең институт студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре лә гәзитте ҙур теләк менән алдыра һәм яратып уҡый”.

З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы коллективы:

“Гәзиттең ойошторолоу осоро Стәрлетамаҡ менән тығыҙ бәйле. Баҫма 1919 – 1922 йылдарҙа ҡалабыҙҙа “Башҡортостан хәбәрҙәре” исеме аҫтында донъя күрә, ошо дәүерҙең бөтөн сәйәси ҡаршылыҡтарын, ҡыйынлыҡтарын үтеп, һаҡланып ҡала.
“Башҡортостан” гәзите бөгөн дә милләтте ойоштороусы, уны берҙәм көс булараҡ танытыусы, халҡыбыҙҙы уйланырға, бәхәсләшергә, фекер уртаҡлашырға әйҙәүсе милли баҫма. Шуға ла уның иңенә һалынған яуаплылыҡ ҙур: гәзит кимәле халыҡтың йәшәйеше һәм рухи донъяһы кимәлен билдәләй”.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте:

“Башҡортостан” тигән исемде лайыҡлы йөрөтәһегеҙ. 95 йыллыҡ осорҙа гәзит республиканың һәр район-ҡалаһын туплап тороусы майҙанға әүерелде. Гәзит биттәрендә ябай кешеләр ҙә, сәйәсмәндәр ҙә, эксперттар ҙа фекере менән уртаҡлашыу мөмкинлегенә эйә”.

Сибай ҡалаһы хакимиәте:

“Башҡортостан” гәзите – киң мәғлүмәт сараһы һәм матбуғат баҫмаһы ғына түгел, ә башҡорт телен, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән, төрлө дәүерҙә республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошона ғәйәт ҙур йоғонто яһаған, ниндәйҙер кимәлдә йәмғиәтебеҙ үҫешенә йүнәлеш биргән абруйлы трибуна.
Тәүге һаны донъя күргәндән алып, бер быуатҡа яҡын Башҡортостанға һәм уның халҡына тоғро хеҙмәт итә. Заман ауырлыҡтарына ҡарамай, төп милли баҫмабыҙ йәшәй, ижади коллектив туҡтауһыҙ эҙләнеү юлында”.

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте:

Гәзит биттәрендә ябай кешеләрҙең аһ-зары, ҡыуаныстары ла, хоҡуҡ һаҡлау һәм башҡарма власть органдарының көсөргәнешле эше лә, социаль-иҡтисади хәл, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу булһынмы —бар тармаҡ буйынса ла үҙеңде ҡыҙыҡһындырған темаға мәғлүмәт табырға була.
Мәғлүмәтле кешенең сәйәси, халыҡ-ара, иҡтисади, мәҙәни хәлдәр менән танышҡыһы килә. Бындай шарттарҙа һәр баҫмаға үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалыу фарыз. Был йәһәттән “Башҡортостан” гәзите башҡаларға өлгө булып тора”.

Йылайыр районы хакимиәте:

“Шанлы-данлы йылдар дауамында оло абруй ҡаҙанған, халыҡтың тәрән һөйөүен яулаған “Башҡортостан” гәзите — һәр йортта көтөп алынған ҡунаҡ. Республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошо, халыҡ фекере, тос һүҙе, төбәгебеҙҙә булған ваҡиғалар баҫма биттәрендә асыҡ сағылыш таба.
Йылайыр ерлегендә ижади башланғыс алып, һуңынан “Башҡортостан” (элекке “Совет Башҡортостаны”) гәзите редакцияһында эшләгән йәки уның менән күп йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән талантлы журналистар Аҡмал Саптаров, Кинйәғәле Амантаев, Әмир Моратов, Ильяс Иҫәнбаев, Фәрит Рәмовтарҙың исемдәре республикабыҙҙа ҙур танылыу алды”.


Вернуться назад