Уй-фекерҙәр18.10.2012
Рияз Мәсәлим,
Бөрө дәүләт педагогия һәм социология академияһы уҡытыусыһы, доцент:

– “Башҡортостан” –бала сағымдан яратып уҡыған гәзит. Ул көн һайын сыға торғайны, хатта йәкшәмбе лә. Дөрөҫөн әйткәндә, күп балалы ғаиләбеҙҙә барыбыҙ ҙа (ололар һәр ваҡыт колхоз эшендә) тап “Совет Башҡортостаны” гәзите мәҡәләләренең баш хәрефтәренән уҡырға өйрәндек. Нурсилә апайымдың (үҙе, моғайын, беренсе-икенсе класта ғына булғандыр әле) беҙҙе, бәләкәй туғандарын, уҡытыусы булып ҡыланып, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш хәрефтәрен таныттырғаны әле лә хәтерҙә, баҫманың ул ваҡыттағы логотибы һаман күҙ алдында.
Күп йылдар үтеп, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булып киткәс тә, “Башҡортостан” шулай уҡ яратҡан баҫмам булып ҡала.
“Башҡортостан” гәзите рәсми баҫма булһа ла, ул йәшәйештең төрлө яҡтарын, тармаҡтарын яҡтыртҡан яҙмаларҙы сығара, журналистар ҡыйыу һәм төплө һүҙле репортаждар, мәҡәләләр менән сығыш яһай.
Баҫмабыҙҙың юбилейы ыңғайы, тарихсы булараҡ, гәзит етәкселәре һәм башҡорт журналистарының тарихи ғәҙеллеккә ынтылыуын хупламаҡсымын. Гәзиттә “Башҡорт хөкүмәте 1917-1918 йылдарҙа “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире”, “Башҡорт”, “Башҡорт тауышы”, “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” тип аталған гәзиттәр сығара”, тип яҙылды ("Башҡортостан", 2012 йыл, 12 март, 47-се һан). Был — раҫ! Юғиһә заманында, “Совет Башҡортостаны” гәзите осоронда, беҙҙең баҫманы Хөсәйен Ямашев етәкселегендә Ырымбурҙа татар социал-демократтары сығарған “Урал” гәзите (1906) вариҫы итеп һанап йөрөнөләр.
“Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” – бына ул беренсе милли башҡорт баҫмаһы! Башҡортостан өлкә бюроһы гәзитенең берҙән-бер һаны 1917 йылдың 14 (27) июнендә Ырымбурҙа сыға. Уны ойоштороусылар – Башҡортостан милли ерле мөхтәриәтенә нигеҙ һалыусылар Сәғит Мираҫов менән Аллабирҙе Йәғәфәров. Был һанда Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Башҡорттарҙың алдында торған эштәре” тигән ҙур күләмле мәҡәләһе баҫыла. Ул асылда –милли декларация характерындағы мәҡәлә. Шулай итеп, милләтебеҙҙең данлы тарихы төп баҫмабыҙҙың беренсе һанында уҡ сағылыш тапҡан. “Башҡортостан” гәзите ошо традицияларҙы дауам итһен, заман елдәренә бирешмәй, милли матбуғат маяғы булып, тағы ла сағыуырак балҡыһын, тигән теләктә ҡалам.

Ләйсән ИҘРИСОВА-НОҒОМАНОВА,
Урал дәүләт иҡтисад университеты телерадиостудияһының баш мөхәррире:


— Бала саҡтан хәтергә уйылып ҡалған күренеш: эштән арып ҡайтҡан атай “Совет Башҡортостаны” гәзитен уҡый. Был ваҡытта беҙ шып-шым, уға ҡамасауламаҫҡа тырышабыҙ. Гәзиткә ҡарата ихтирам тойғоһо студент йылдарында ла көслө ине. Атайым кәңәшенә ҡолаҡ һалып, сираттағы практиканы “Башҡортостан” гәзитендә үттем. Шулай итеп, матбуғаттағы беренсе аҙымдарым да ошо гәзит менән бәйле. Ул ваҡытта баш мөхәррир булып эшләгән Тәлғәт Сәғитовтың, өлкән журналистарҙың йылы ҡаршылауы әле лә хәтерҙә. Тәү сиратта атайым Ғилман Иҙрисовты белгәнгә, һуңынан, әлбиттә, тырышлығымды күреп үҙ иттеләр тип ышанам. Дүртенсе курста практика үткәндә, буласаҡ ҡайным Барый Ноғоманов менән таныштым. Ҡыҙығы шунда: Юлай менән әле бер тапҡыр ҙа осрашҡаныбыҙ булманы. Һәр ата-әсә балаһы менән ғорурлана. Буласаҡ ҡайным да хеҙмәттәштәренә улы тураһында һөйләй ине. Мөхәббәткә орлоҡ та ошо мәлдә һалынғандыр.
Атайым “Башҡортостан” гәзитендә өс-дүрт йыл тирәһе эшләне. Һүҙ ҡәҙерен белгән шағирға яҙышыу, ҡәләмдәштәре менән бергә ижад итеү көндәлек эш түгел, ә күңел байрамына тиң ине. Ул иҡтисад, ауыл хужалығы темаларына әүҙем яҙҙы. Атайымдың һәр эшкә мөкиббән бирелеп эшләүе, дәртләнеп ижад итеүе мине лә журналистикаға әйҙәне. Әле Башҡортостандан ситтә йәшәһәм дә, ғаиләбеҙҙең яратҡан гәзите “Башҡортостан”дан айырылғаныбыҙ юҡ.


Вернуться назад