Бик ҡәнәғәтмен18.10.2012
Мин Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәйем. “Башҡортостан” гәзитенә дүрт тиҫтә йыл яҙылам һәм яратып уҡыйым.

Гәзит милләтебеҙҙең төп баҫмаһы булып тора. Әгәр ҙә уны уҡымаһам, әллә нимә етмәгән һымаҡ. Башҡортостанда йәшәп тә, үҙ гәзитеңде алдырмаһаң, был һис тә дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйем.
Йөкмәткеһе буйынса гәзиткә юғары баһа бирәм, сөнки баҫмала республика тормошондағы тарихи ваҡиғалар, донъя, төбәк һәм район яңылыҡтары донъя күрә, шулай уҡ заман үҙенсәлектәре дөрөҫ яҡтыртыла. Һуңғы осорҙа гәзиттә яңы рубрикалар ҙа барлыҡҡа килде. Көнүҙәк проблемалар күтәрелә. Тәҡдимем дә бар: юридик рубрика даими сыҡһа, яҡшы булыр тип уйлайым. Бигерәк тә хеҙмәт ветерандарына, пенсионерҙарға льготалар, яңы закондар тураһында аңлатма бирелһә ине.
Гәзит уҡыу — белемде арттырыу, тигән һүҙ, сөнки баҫманан бик күп мәғлүмәт алып була. Редакция хеҙмәткәрҙәренең “Башҡортостан”ды ҡыҙыҡлы, эстәлекле, уҡымлы итеп сығарыуынан бик ҡәнәғәтмен. Шуныһы үкенесле: бәғзеләр бер баҫмаға ла яҙылмай йәки уның менән ҡыҙыҡһынып бармай. Был кешеләрҙе һис тә аңламайым.
Беҙҙең Этҡол ауылы Советы биләмәһендә “Башҡортостан” гәзитен әүҙем алдыралар — районда беренсе урында торабыҙ!
Хөрмәтле “Башҡортостан” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе гәзитебеҙҙең 95 йыллыҡ юбилейы менән ҡайнар ҡотлайым! Ауыр, яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар һәм, табип булараҡ, ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Хәйҙәрйән ӘХМӘҘУЛЛИН,
хеҙмәт ветераны.
Ишембай районы,
Этҡол ауылы.


Вернуться назад