Бал айы24.01.2012
Төнгө күк
Тулған кәрәҙҙәй,
Тамып тора бал.
Етегәнде
Ҡалаҡ итеп,
Балын һоҫ та ал.

Умартасы бабай кеүек
Аҡ һаҡаллы ай
Ҡаш аҫтынан ғына беҙгә
Йылмайып ҡарай.

Мәңге онотмаҫлыҡ булһын
Ошо
Бал айын:
Иренеңдән генә һутын
Татып
Ҡалайым.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад