Билең ныҡмы, әхирәт?18.10.2012
Билең ныҡмы, әхирәт?— Үәт, әй, бер генә йома элегерәк килмәнегеҙ, — тип ҡаршыланылар Сафакүл район гәзите редакцияһында, — һабантуй үткәйне, шунда булыр инегеҙ...

Һабантуй ғына күргән бар, тим эстән генә, бында башҡа мәсьәләләр ҙә етерлек, йәнәһе. Һабантуй ҡайҙа ла һабантуй инде: түрәләр телмәр тота, алдынғыларҙы билдәләйҙәр, ат сабышы, көрәш, уйын-көлкө... Юҡ икән шул, башҡасараҡ булған Сафакүлдә. Ул яҡтағыса әйтһәк, ысынлап та, бер йома элек бармағаныма үкендерҙе. Баҡһаң, унда ғәҙәти милли көрәш менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла бәйге ойошторолған.
Урындағы фотохәбәрсенән (исем-шәрифе иҫтә ҡалмаған) бер фото һорап алдым да Аҙналы ауылына юл тоттом. “Попутка” ямғыр бысратҡан юл буйлап яй ғына бара. Оло апайҙарҙың, ҡулдарына таҫтамал тотоп, көрәш майҙанына сығыуы күҙ алдына килә. Сәйер ҙә, көлкө лә һымаҡ. Ә бит... “Аҡъял батыр килеп сыҡҡайны, ҡыҙ батша таҫтамалын елпей-елпей ҡаршы килеп: “Йә, егет, алай бик теләгәс, көрәшһәк көрәшеп ҡарайыҡ һуң, — тип таҫтамалын етеҙ генә егеттең биленә һалды, ти...”
Башҡорт халҡының күпме әкиәтендә, эпостарында һүрәтләнә батыр ҡыҙ образы — һанап бөткөһөҙ. Әкиәттәрҙә генә түгел, ирҙәре менән типә-тиң яу сапҡан Йәнтүрәнең кәләше һымаҡ һылыуҙар, йәш ҡатындар күпме! Ә бында...
Аҙналыға барғас, ҡатын-ҡыҙ көрәше тураһында һораштым.
— Ниңә аптырарға, ана, минең бисәне бөгөн көрәшкә сығарһаң да була, — тип йылмая ауылда музей ойоштороусы, һәүәҫкәр тарихсы Наил Ғилемйәнов. — Аптырарлыҡ бер нәмәһе лә юҡ. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа, бынан 30–40 йыл элек, ҡатын-ҡыҙ көрәше ғәҙәти күренеш ине...
Наил ағай аңлатыуынса, оло инәйҙәр, йәшерәк ҡатындар көрәшенең үҙ нескәлектәре бар икән. Улар ир-егеттәр һымаҡ бер-береһен ергә һалмай. Таҫтамал менән дәғүәсеһенең билен үҙенә ҡыҫып, тын алыуын ауырлаштыра ла ерҙән күтәреп бер аҙ тота, еңеүсе шулай билдәләнә.
Ябай ғына һымаҡ. Ләкин майҙанға таҫтамал тотоп сығыу үҙе батырлыҡ таһа! Ябайлыҡта — бөйөклөк, тигәндәй, ошонда халҡыбыҙҙың эпостарҙа йәшәгән матур бер йолаһы сағыла.
Ҡурған өлкәһе,
Сафакүл районы.


Вернуться назад