“Рәхим итеп, һарыҡ башынан ауыҙ итегеҙ!”18.10.2012
“Рәхим итеп, һарыҡ башынан ауыҙ итегеҙ!”Хәҙер рәсми рәүештә генә түгел, туйҙарҙа ла ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршылау матур йолаға әйләнеп китте. Был — заман йолаһы. Элегерәк юлдан килгән кешене һис ҡасан улай ҡаршыламағандар. Юлсының тәү сиратта һыуһағанлығы, тамаҡ ялғағыһы килеүе иҫәпкә алынған. Шуға ла иң тәү уға эсемлек биргәндәр — ҡымыҙ, буҙа, айран... Бөгөн боронғо йоланы тергеҙеү күпмелер кимәлдә күҙәтелә: икмәк-тоҙ менән бергә ҡымыҙ тәҡдим иткән яҡтар бар. Ә бына Арғаяш районының Мәтәл ауылында бөтөнләй беҙҙең яҡ өсөн сәйер, боронғо үҙенсәлекте һаҡлаған йола йәшәй.

Бынан ун дүрт йыл элек (ҡалай ваҡыт тиҙ үтә!), әле беҙҙә шәжәрә байрамдары таралмаған осорҙа, ауылға нигеҙ һалыныуҙың 400 йыллығын билдәләнеләр. Ошонда һәр ара, аймаҡ үҙ тирмәһен ҡорғайны. Төп араларҙан ажаҡтар, аскилделәр, ҡалмаҡтар һанала. Ҙурыраҡ ара исемдәренең үҙ тарихы булһа, айырым кешенән генә таралғандары ла бихисап: бохарҙар Бохар ҡарттан киткән, юлаҡтар — Юлайҙан, йомаштар — Йомаштан...
Яҙмала тәүге өсәүһенең тарихына бер аҙ туҡталғы килә, сөнки ара тарихы ауылда бер ырыу ғына вариҫтарының йәшәмәүе, ә һуңынан бергәләшеп, ерләшеп китеүҙәре тураһында һөйләй. Ә был өсәү берләшеү, туғанлашыуҙың миҫалы булып тора.
Эре һәм ваҡ ажаҡтарҙың килеп сығышын ҡайһы береһе “ай+яҡ” (лунная сторона) менән бәйләй. Йәнәһе, элек ауыл йылғаның башҡа яғында — ай сығышында булған. “Рәхим итеп, һарыҡ башынан ауыҙ итегеҙ!”Дөрөҫлөккә тап килгән фараздар бар: Зюзилға (Үҙ йылға) буйына башҡорттар Әй яғынан (әй-яҡ) килгән. Бындағы башҡорттарҙа “я”, “е” өнө “ж” менән алмашынып йөрөй (яҡ — жаҡ, ете — жите һ.б.). Һөйләү телен өлгө итеп, 70 йәшлек Ғәрифә Нәжметдинова инәйҙең һүҙҙәрен килтереп булыр ине: “Житмеш йәштәмен. Шалай һәр кем үҙенең аймағын айырғандар инде — эрәжаҡ, вағажаҡ, ҡалмаҡтар исеме булған үҫтәренең, белмим. Башкириянан биргәндәрҙер инде исемде. Ажаҡтар нимәнән, бер ҙә аны әйтәй алмайым әле. Беҙҙекеләр — вағажаҡтар, белмим, алар нисек булғантыр, аңдамайым. Булған бер кеше, ана шанан Ажаҡ исеме киткән. Менә иҫемә төшөп ҡалды, ана шанан таралған мына ажаҡлар, үрсейҙәр ҙә инде...”
“Ҡалмаҡ” ара атамаһын Луиза Ҡузыева тигән ҡыҙ ҡалмыҡ халҡына бәйләп аңлатты. “Урыҫтар ҡыуа башлағас, Әй йылғаһы буйынан башҡорттар был яҡҡа килә. Шулар менән бергә ағалы-энеле ике ҡалмыҡ та була. Береһе ситкә китә, икенсеһе, башҡорт ҡыҙына өйләнеп, тороп ҡала. Шуға ла беҙҙең ара иң тәү ҡалмыҡ, һуңынан ҡалмаҡ булып йөрөй”.
Әбүбәкер Ҡазыев көсөк араһының сығышын шулай тип һөйләне: “Мәтәл ҡарттың биш кәләше булған. Бер кәләшенә сит бала эйәреп килгән. Уның исеме булмаған. Эйәреп килгәс, Көсөк тип атағандар ҙа ҡуйғандар. Аҙаҡ ул Мәтәл ҡарттың урынына старшина ла була. Үҙенең һигеҙ улы тыуа. Беҙ ана шунан таралғанбыҙ”.
“Ялан яҡтан килгән булғандар, ялан булғас инде, ҡоро йылда үҙҙәрендә бер ни үҫмәгән. Бында эҙләнеп килеп кергәндәр. Уңған, уҡымышлы халыҡ беҙҙең аскилделәр. Аскилде — асығып килеүселәр, — тип аңлата Зөлфиә Дәүләева үҙ араһы тарихын.
Һүҙ башынан ситкә тайпылып булһа ла, аралар исем-атамаһының тарихына туҡталдырҙы, сөнки бәйән итәсәк йоланы яҙғанда, уларҙың сығышы ни тиклем боронғо, төрлө, үҙенсәлекле икәнен әйтмәү мөмкин түгел. Иң мөһиме — Башҡортостандан — милли мәҙәниәт усағынан алыҫ ятһалар ҙа, боронғолоҡ беҙгә ҡарағанда нығыраҡ һаҡланған. Рух та, тип өҫтәр инем. Ошо рух йәшәтә бөгөн үҙ аҫаба ерҙәре менән ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе.
Тирмәләр ҡоролған. Усаҡ яғылған. “Әссәләмәғәләйкүм, әйҙүк, уҙып китегеҙ”. Ажаҡтар тирмәһе ҡаршыһында һылыу ҡыҙҙар, ҡыйыу ир-егеттәр, ил инәләре ҡаршылай. Иң алда — бешерелгән һарыҡ башы менән тояҡтар һалынған туҫтаҡ тотҡан ара инәләре. Хас та боронғоса, бынан 400 йыл элек Мәтәл ҡарт ауылға нигеҙ һалған ваҡыттағыса! Әйткәндәй, был йола хәҙер ҙә тарих сүплегенә ташланмаған, быҫҡып-быҫҡып булһа ла байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа сағылыш таба килә.
Башҡа халыҡтан күскән икмәк-тоҙ урынына ҡунаҡтарҙы һарыҡ башы һәм тояғы, кәсәлә буҙа тотоп ҡаршылауҙың тарихын Ғилминур Дәүләтбаева былай тип аңлатты: “Иң ҡәҙерле ҡунаҡ килгәндә боронғо башҡорттарҙа һарыҡ салынған. Бешкәс, уның баш итен хужа кеше тәүҙә үҙе ашай башлай. Һуңынан ҡулдан-ҡулға ҡунаҡтарға ебәрә. Һәр береһе итен өлөшләп ашағас, туҫтаҡ кире хужаға әйләнеп килә. Бишбармаҡ бешкәнсе, иң тәү башҡорт ҡунаҡтарына һарыҡтың башын, тояғын бешереп ашатырға тейеш”. Бына шундай ябай ғына, әммә ҡунаҡтарға оло ихтирам күрһәткән тәрән мәғәнә һалынған был йолаға. Әйткәндәй, ул башҡа халыҡтарҙың айырым ырыуҙарында ла йәшәй. Ҡәрҙәштәребеҙ ҡаҙаҡ халҡында ла булған ул йола, һарыҡ ите төп, ҡәҙерле ризыҡ һаналған башҡа халыҡтарҙа ла. Ә беҙҙә, Арғаяшта ғына булһа ла һаҡланыуы, уны йәшәтә белеүҙәре һоҡландыра...
Силәбе өлкәһе,
Арғаяш районы.


Вернуться назад