Үҙгәреш08.12.2011
Мейесендә
Оҙаҡ ятты Иван
Һәм башына
Елле бер уй килде:
"Юҡ, башҡаса былай
Йәшәп булмай,
Үҙгәртергә кәрәк, — тине, — илде.
Үҙгәрттеме?
Эйе, ныҡ үҙгәртте:
Бар мөлкәтен хәҙер
Һата Иван.
Түбәһенә төкөрөп,
Бот күтәреп,
Диван буйы булып
Ята Иван.
Салауат Әбүзәров