Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә бөйөк урыҫ рәссамы Михаил Нестеровтың ижадына бағышланған “Михаил Нестеров. Неизвестные страницы творчества” (“Михаил Нестеров ижадының билдәһеҙ биттәре”) тигән альбом-китап баҫылып сыҡты.
Уны Элеонора Хәсәнова баҫмаға әҙерләгән. Бай йөкмәткеле китап рәссамдың тыуыуына 150 йыл тулыуға арнала. Һынлы сәнғәттә рәссамдың һуңғы тиҫтә йыл ижадында барлыҡҡа килгән яңы темаларҙы, мотивтарҙы асыҡлай, ғилми өлкәлә өйрәнеүгә өр-яңы материал һәм яҙма сығанаҡтар индерә. Уның портрет эштәрен һәм фәлсәфәүи-дини эстәлекле картиналарын бер-береһенә ҡаршы ҡуйып түгел, ә бер бөтөн итеп өйрәнә.
Автор тарихта бығаса билдәле булған рәссамды яңы образда күрһәтеүгә өлгәшә. Баҫманың йөкмәткеһенә М. Нестеровтың революцияға тиклемге һәм унан һуңғы осорҙағы ижады ингән. Рәссам әҫәрҙәрендә үҙ дәүерен, халыҡ тормошон, заман һулышын оҫта һүрәтләй. Был уның ысын талант эйәһе булыуын раҫлай. Ғаилә архивынан фотоһүрәттәр рәссамдың тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәт бирә.
Китап-альбом ҡылҡәләм сәнғәтендә үҙенең эҙен ҡалдырған бөйөк шәхестең ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән.
А. МӨХӘМӘТОВА.