Китаптар донъяһынан айырылмай17.10.2012
Китаптар донъяһынан айырылмайУл донъяға килгәндә, февраль айы булыуға ҡарамаҫтан, ҡыйыҡтан тамсы тама. Мерәҫ ауылы сабыйҙарының кендек инәһе Фирҙәүескә кескәй генә йоморсаҡ зәңгәр күҙҙәре менән яҡты донъяға ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡарағандай тойола.

Нәсимә итәғәтле бала, ике ҡустыһына талапсан һәм хәстәрлекле апай булып үҫә. Баймаҡтың 1-се мәктәбен тамамлағас, китап донъяһына ғашиҡ ҡыҙ китапханасы һөнәрен һайлай.
— Тәүге йыл техникумға уҡырға инә алманым. Быға урыҫ теленән аҡһауым сәбәпсе булды. Минең өсөн борсолған туғандарым ваҡытлыса булһа ла һөнәрселек училищеһында уҡырға кәңәш итте. Иҫәп-хисапҡа даланым булмаһа ла, һатыусы һөнәрен үҙләштерҙем. Уның ҡарауы, урыҫса һөйләшкән ҡыҙҙарҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе ҡуйын дәфтәренә яҙып, телде өйрәндем, — ти Нәсимә Роберт ҡыҙы.
Китап яратҡан ҡыҙ маҡсатына өлгәшә — техникумды уңышлы тамамлай. Һөнәрен күңел һалып башҡара. Көн буйы бер урында ғына ултырмай: әле концерттарҙа ҡатнаша, әле “Йәшен” тигән стена гәзитен сығарып, күрше ауылдарға тарата. Шулай бер көн Түбәнге Иҙристә гәзит элеп йөрөгән ҡыҙҙы Миңлейәр исемле егет күреп ҡала һәм ғүмерлеккә ғашиҡ була. “Апайығыҙҙы тәү ҡараштан оҡшаттым. Ул мотлаҡ кәләшем булырға тейеш, тип уйланым”, — тип йылмая ағай.
Ике ғашиҡ матур ғаилә ҡора, ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Йәш китапханасы хеҙмәт юлын Баймаҡ ҡалаһында дауам итә. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар шофёр булып эшләй, тырыш хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә.
Нәсимә менән Миңлейәр Солтановтар ата-әсәһенән күреп үҫкән матур тәрбиәне, йылы мөнәсәбәтте үҙ ғаиләһенең нигеҙенә һала.
— Әсәйем колхозда бәрәс ҡараны. Ул саҡта шулай булды: мәҫәлән, малсы йөҙ һарыҡтан 110 бәрәс алһа, унауһы үҙенә бирелде. Әсәйем егәрле булды, шул уҡ ваҡытта йомарт та ине. Хәтеремдә, Баймаҡҡа ит һатырға тип китә лә осраған һәр танышына мул ғына күстәнәс өләшеп ҡайта торғайны, — тип ҡәҙерле кешеһен һағынып иҫкә ала Нәсимә апай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәһе яҡты донъянан иртә китә. Килен ҡайны-ҡәйнәһе Зәйтүнә менән Әхмәткәрим Солтановтарға һыйына. Түбәнге Иҙристә ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер иткән был ғаилә уны үҙ ҡыҙылай күрә, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә өҙөлөп тора.
Хәҙер ире менән үҙе лә олатай-өләсәй булыу бәхетен кисерәләр, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән аралашып, шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып йәшәйҙәр.
Йәнде дауаларҙай һүҙҙәрен йәлләмәгән, урынлы итеп тураһын әйтә белгән яғымлы ҡатын тормошонан да, эшенән дә ҡәнәғәт.
— Хеҙмәттәштәрем менән бер ғаилә кеүекбеҙ. Китапханала, ҡатын-ҡыҙҙар советында яҡташтар өсөн фәһемле саралар үткәрәбеҙ. Күңелдәренә йыуаныс алған кешеләрҙең рәхмәтен ишетеү — үҙе бер бәхет, — ти Нәсимә Солтанова.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад