Бер үк24.01.2012
Берәү — күтәрелә,
Берәү — күп бәрелә...
Һинән тормай —
Ғүмер
Нисек үткәрелә.
Уның хужаһы бар —
Ҡомһоҙ нужаһы бар.
Алда күпме кәртә
Аша уҙаһы бар.
Туҙаһы бар юлда,
Һуҙаһы бар ҡулды...
(Күпме аҫыл ирҙәр
Юлда харап булды!)
...Мин дә китеп барам.
Ҡалмаһа ла сарам,
Әммә меҫкен булмам,
Ләкин ҡапмам харам.
Мин дә китеп барам,
Аптырама бер үк.
Һин дә китеп бараң —
Йүнәлештәр бер үк...
Салауат Әбүзәров