Ейәнсура районының үҙәк китапханаһында Мәрйәм Бураҡаеваның “Көҙгө ысыҡ” китабының исем туйы ифрат йылы, йәнле үтте. Әҙибәнең хеҙмәтен ҡулыма алғас, бер тынала тиерлек уҡып сыҡтым.
Изге кешеләр хаҡындағы хикәйәләргә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтыу, геройҙары менән күрешке килеү тойғоһо күңелдән оҙаҡ китмәне. Һәр кем күңелендә Мәрйәм апайҙың геройҙары кеүек батырлыҡ, матурлыҡ йөрөтәлер ул. Беҙ быны күрәбеҙме, битараф түгелбеҙме? Эскегә бирелгәндәргә лә икенсе күҙ менән баға башланым. Уларҙың да күңеле “Ай ҡояштан нурҙар ала”, “Ҡапҡа бағанаһы” исемле хикәйәләрҙәге Гөлзәминә, Алһыуҙыҡы кеүек күркәм булғандыр. Ниңә уларға ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙмағанбыҙ?
Үҙемә лә хикәйә геройҙары аша баһа бирә башланым. Хәҙер инде үҙҙәре атай-әсәй булған балаларыма башҡорт инәйҙәренә хас баҫалҡылыҡ менән кинәйәләп кенә аҡыл бирә алырмынмы (“Төш”, “Һөйгән йәр бер була” хикәйәләре)?
Китаптағы тарихи хикәйәләргә тотош дәүер һыйған. “Киҫәкбикә”не уҡығанда башҡорт ихтилалдарынан һуң халҡыбыҙҙың ниндәй фажиғә кисергәне, күпме ғазап аша үткәне күңелде әрнетһә, “Дала моңо”нда милләттәштәребеҙҙең ҡоролоҡ мәлендәге һыҡтауы ишетелгәндәй була. Тарих, ил яҙмышы хаҡындағы “Атайымдың улы булмағас” тигән хикәйәне лә тарихиға индерер инем.
Әҫәрҙәрҙең теле шул тиклем ябай, һутлы һәм көйлө. Ғөмүмән, “Көҙгө ысыҡ”, тап саф ысыҡ һымаҡ, уҡыусының сарсауын ҡандырырлыҡ китап булды. Ул һәр әҙәбиәт уҡытыусыһы, тәрбиәсе, юғары класс уҡыусыһының эшендә ҙур ярҙамсы булыр тигән фекерҙәмен.
Р. МӘХИЙӘНОВА.