Хикәйә
— Света, Света Новикова, кил әле бында! — Галина Петровна ҡыҙға ҡысҡырҙы, тегеһе яҡынлағас, арҡаһынан ҡаҡты:
— Нисек, тау шыуыу күңеллеме?
— Мин ҡарарға ғына килдем.
— Иртәгә нимә эшләйһең?
— Әлләсе. Больницаға, әсәйем янына барырмын да өйҙә ултырырмын. Бәлки, тағы тау шыуыуҙарын күҙәтермен.
— Миңә кил әле, йәме. Ҡайҙа йәшәгәнемде беләһең бит. Бөгөн байрам алды, ә ысын байрам иртәгә башлана. Шыршы һатып алырмын, шуны биҙәрбеҙ, билмән эшләрбеҙ, бәлеш бешерергә өйрәтәм. Ә әсәйеңдең хәлен икәүләп белербеҙ. Килерһеңме?
— Ә мин ҡамасауламаҫмынмы?
— Киреһенсә, бик күңелле буласаҡ. Китапханамда китаптар күп, теләгәнеңде һайлап алырһың. Яңы йылға бүләгем шул булыр.
Ҡыҙ ҡыуанып йүгереп китте.
Бына ул төбәп килгән ер. Туғыҙ ҡатлы йорттоң икенсе ҡатындағы дүрт бүлмәле фатирҙың зал тәҙрәләре урамға ҡараған. Унда булғаны юҡ уның. Света Новикова менән йәнәш ултырған Зоя Корягина яҙған инша буйынса ғына таныш: залда пианино, сит ил телевизоры, йомшаҡ затлы диван, креслолар, ҡыҙыл ағастан эшләнгән йыһаз, иҙәндә — эшкәртелгән айыу тиреһе.
Тәҙрәләрҙәге ебәк ҡорғандар аша ҡунаҡтарҙың шәүләһе төҫмөрләнә. Байтаҡ тапанды бер урында, аяҡтары сәңкеүен тойҙо, әммә бында ниндәй маҡсат менән килгәнен аҙағынаса аңғармай һынағастай тороуын дауам итте.
— Галина Петровна!
Кемдер артынан ҡосаҡлап алды. Боролғайны, спорт костюмы кейеп алған Зоя Корягинаны күрҙе. Ҡыҙҙың биттәре уттай яна, күҙҙәре осҡонланған.
— Зоя, һуңғараҡ ҡалғанһың түгелме?
— Беҙ тауҙа шыуҙыҡ, эй ҡыҙыҡ унда, эй ҡыҙыҡ! Һеҙ Света менән һөйләштегеҙ, мине абайламанығыҙ ҙа.
— Бар инә һал, һалҡын тейер.
— Әйҙә икәүләп керәбеҙ. Беҙҙең өй тулы ҡунаҡ. Араларында элекке уҡыусыларығыҙ ҙа бар икән, һағынып һөйләп ултырҙылар мин барҙа. Хәҙер сюрприз яһап аптыратабыҙ уларҙы.
— Зоя, уңайһыҙ нисектер, бүтән ваҡытта, йәме.
Уҡыусыһы башҡаса өгөтләмәне, етәкләп алды ла китте.
Инделәр. Залдағы шау-шыу, сәнске, бысаҡ сыңы, рюмкалар сәкәшеүе бында ла айырым-асыҡ ишетелә.
— Бығаса ҡайҙа йөрөйһөң юғалып? — Еңел хәрәкәтле ҡатын сыҡты. — Марш, кухняла ашап ал да бүлмәңдә бул. Әйткәндә ҡунаҡтарға пианинола уйнап ишеттерерһең. — Ҡыҙының яңғыҙ түгеллеген абайлағас: “Кем һин, нишләп йөрөйһөң?” тигәндәй төбәлде.
— Әсәй, таныш бул, Галина Петровна, беҙҙең әҙәбиәт уҡытыусыһы.
Булһа һуң, тигәнерәк ҡараш йәнә баштан аяҡҡа ҡәҙәр һөҙҙө.
— Һаман танымайһыңмы, атайымдың яратҡан уҡытыусыһы, беләһең килһә.
Атай һүҙен ишеткән йорт хужаһы күренде. Ҡыҙмаса булып алған.
— О-о-о, кем килгән беҙгә, Галина Петровна, ҡәҙерлем минең! — Айыуҙай ир сибек кенә ҡатынды ҡосағына йомарланы.
— Һаумыһығыҙ, Вячеслав Федорович...
— Һеҙҙең өсөн мин бары Славик ҡына, бары Славик. Өҫ кейемегеҙҙе һалайыҡ, табынға үтәбеҙ!
Көсләп тиерлек ҡунағын сисендерә башланы.
Хужабикә лә теремекләнде:
— Эйе, эйе, сисенегеҙ. Кейемегеҙҙе бына бындараҡ ултырғысҡа ғына һалығыҙ, артыҡлап оҙаҡ ултырмайһығыҙҙыр бит, алыуға шулай ҡулайлыраҡ булыр.
Ҡунаҡты табындағылар шаулашып ҡаршы алды:
— Галина Петровна, етеп килгән Яңы йыл менән!
— Бына, исмаһам, шатлыҡ!
— Хәтерләп кенә ултыра инек.
Юғалыңҡырап ҡалған Галина Петровна иң башта бүлмәне йәмләгән, уйынсыҡтарға күмелеп төрлө төҫтә янған шыршыға ҡараны, “ҡырҡҡандар һине, бер-ике көндән сығарып та ырғытырҙар” тигәнерәк уй күңелен тырнаны, ары ҡарашы ашамлыҡтарҙан һығылған өҫтәл тирәләп ултырған ҡәнәғәт, ҡыҙарған йөҙҙәрҙе теүәлләне. Уйламағаныраҡ һүҙ ҙә ысҡындырҙы:
— Һаумыһығыҙ, балалар...
(Дауамы. Башы 198 – 201, 203-сө һандарҙа).
Хәйҙәр ТАПАҠОВ