Скрипкасы08.12.2011
Аһ, скрипкасы!
Күңелемдең
Аҡтарып бар
Юшҡынын,
Гүйә, скрипка ҡылын түгел,
Йөрәгемде
Ышҡының.
...Ана, минең бала сағым —
Атайһыҙ ҡалған
Малай.
Ҡәбер өйөмөн ҡосаҡлап,
Үкһеп-үкереп
Илай.
...Сәнселдем бер саҡ йәремдең
"Юҡ!" тигән
Бысағына...
Ә скрипкасы аяу белмәй,
Бәғерҙе
Быса ғына.
Үткәндәрем һыҡтай, үкһей...
Нисек түҙергә
Кәрәк!?
Гүйә, скрипкасы ҡулында
Ышҡыла минең
Йөрәк.
Салауат Әбүзәров