Хикәйә
— Павел, йөрөмә кенә ҡыуып, ҡылынаһы гонаһ ҡылынған, бәләгә тарырһың!
Левашов күҙҙән юғалғайны инде.
Ул торараҡ уның өйөнә килде: уң яҡ күҙ төбө күгәреп сыҡҡан, сикәһе һыҙырылған, еңелсә ярһыған.
— Шул булған. Анау, ҡалала магазиндар тотҡан коммерсантҡа араҡыға һатҡан. — Таныш фамилияны әйтте. — Иманын уҡыттым, башҡаса йоғоноп йөрөмәҫлек иттем. — Йыуатҡандай өҫтәне. — Ә шыршыны икенсе йыл көҙ тағы алып килеп ултыртырмын. Теге урында икенсеһе, матурырағы бар ине.
Шул мәлдә өй эргәһендә генә милиция машинаһының сиренаһы олоп ебәрҙе, дөбөрҙәп йүгергән аяҡ тауыштары ишетелде, ишек шар асылды, команда яңғыраны:
— К стене! Руки за голову! Ноги на ширине плеч!
Павелды тентей башланылар.
— Ҡоралы юҡ, иптәш лейтенант.
— Кешене ҡанға батырып туҡмап эҙ яҙлыҡтырырға ҡасып килгән сволочь, тапмаҫтар тип уйланыңмы?
— Ул кеше түгел, хайуан, ә ҡушаматы — йыртҡыстыҡы. Шакал! Әҙерәк эләккәнгә шөкөр итһен.
— Молчать! — Лейтенант күнегелгән алым менән Павелдың бөйөрөнә тондорҙо, кирза итеге менән сатына типте.
Левашов бөгөлөп төштө.
— Өй баҫып инергә һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ! — Галина Петровна әле генә иҫенә килде.
— Ә һин тик ултыр!
— Галина Петровна, тиҙәр мине.
— Эйе, хөрмәтле әбей... Әгәр беҙ ниндәй ҙә булһа законды боҙғанбыҙ икән, ялыу яҙа алаһығыҙ. Милиция исеменә...
Инеүселәр хахылдашып көлөп ебәрҙе.
— Хәҙер үк күҙемдән юғалығыҙ, сығып китегеҙ бынан!
— Әлбиттә. — Лейтенант, күҙҙәренең ағын әйләндереп, Павелға аҡырҙы. — Кейен тиҙерәк, юғиһә тағы өҫтәйем.
Милиционерҙар Левашовты этеп-төртөп алып сығып китте.
4
Кис еткәс, ғауғаланған күңеленә урын таба алмаған Галина Петровна ҡәтғи ҡарарға килеп йыйынды ла ҡала үҙәгенә ҡарай атланы.
Яңы йыл тантанаһы иртә башланды быйыл. Ни тиһәң дә, яңы быуатҡа аяҡ баҫа Ер халҡы, йылдағыны ҡабатламай иҫендә ҡалырлыҡ байрам иткеһе килә. Ҡайҙа ҡарама төрлө төҫтәге уттар бер янып, бер һүнеп, күҙ ҡыҫып сәләмләй, үҙәктә урынлашҡан супермаркет үҙенә саҡыра. Бында сауҙаны ҡайһылай ҙа киң йәйелдереп ебәргәндәр, ҙур ҡалаларҙы әйтәһе лә түгелдер. Кеҫәһендә икмәк, һөтлөк кенә аҡсаһы сылтырлаһа ла, һый-ниғмәттәрҙән һығылған рәттәр буйлап китте: аҫыл көньяҡ емештәре, йәшелсә, ҡиммәтле һуттар, эсемлектәр ымһындыра. Уларҙың бер төрөн алыуға ғына ла сумырып аҡса китәсәк. Затлы кейенгән ҡалын кеҫәлеләр төрлөһөн һайлап ала. Толҡа тапмай кире сыҡты. Арыраҡ майҙанға, боҙ һындар уртаһына, матур биҙәлгән шыршы ҡуйылған, халыҡ апаруҡ күренә. Боҙ тауынан шау-гөр килеп бала-саға шыуа.
Ситкәрәк ҡыҙ бала баҫҡан да тиҫтерҙәренең осоноуын күҙәтә. Алтынсы класта уҡыған Светлана Новикованы таныны.
Әҙәбиәт дәресендә таҡта янында яуап биргән Новикова сайҡалып китте лә, стенаға йәбешеп, иҙәнгә шыуып төштө, йөҙө ҡағыҙҙай ағарҙы.
Галина Петровна ҡыҙға ташланды, шымтайып ҡалған уҡыусыларына әйтә һалды:
— Балалар, тиҙ генә медпункттан апайығыҙҙы саҡыртығыҙ!
Эйелеп ҡыҙҙың иҙеүен ысҡындырҙы, арҡандай һалынып төшкән нәҙек ҡулды тотоп, пульсты табырға маташты.
Уңарсы булмай килеп еттеләр, ҡыҙҙы алып сыҡтылар.
Тәнәфес ваҡытында шәфҡәт туташы Галина Петровнаны үҙе эҙләп тапты.
— Светаның хәле нисек, һеңлем?
— Хәле тип... Артыҡ ярҙам кәрәкмәй уға. Бала ай буйы йүнләп ашамай икән, мәктәптәге аш менән генә йән аҫрай. Әсәһе инвалид, атаһы үлгән... Ниндәй кешеләргә әүерелдек беҙ, Галина Петровна — балаларыбыҙ асыға, шуны ла белмәйбеҙ. Инвалид аҡсаһы икмәк алыуҙан үтмәйҙер. Бахыр, хәйерсе Рәсәй, граждандарын яҡлай, һаҡлай, әҙәмсә ашата алмаған көйө юғары кимәлдә кеше хоҡуҡтары тураһында фәлсәфә һатып, лаф орған була...
(Дауамы. Башы 198-201-се һандарҙа)
Хәйҙәр ТАПАҠОВ