Ҡанлы ҡояш08.12.2011
...Ҡан эсенән ҡалҡты ҡояш
Көнсығыштан.
Унда ниндәй мәхшәр ҡупҡан,
Кем һуғышҡан?
...Үлешә-үлешә мал бүлешә
Бында дуҫтар.
Башҡорт та бар, татар ҙа бар,
Бар урыҫтар.
Ҡанлы ҡояш етеп килә
Түбәбеҙгә!
Һөрәнләйем: "Ҡайтығыҙсы
Тәүбәгеҙгә!"
Тик үҙемдән ары китмәй
Минең һөрән.
Дуҫтар ауа, ауа дуҫтар
Берәм-берәм.
Кинәт кенә һарғайғандай
Ерҙең йөҙө...
Һәм ҡыҫыла төштө кеүек
Көндөң күҙе...
...Ошо ергә еткәс кенә
Мин уяндым.
Көнсығышҡа ҡараш ташлап,
Мин уйландым...
Салауат Әбүзәров