Аусы08.12.2011
Ғүмер — йәйә,
Көндәрем — уҡ.
Осто йәнә
Бер көнөм.
Тик ҡойроғо
Уйнап ҡалды
Бәхет тигән
Төлкөнөң.
Аусы ҡаны
Ҡайнай йәндә:
"Эх, тиреһен
Тунарға!.."
Керешемә
Уҡты ҡуйып,
Тағы сығам
Һунарға.
Мине ымһындырып ҡасыу
Бер шөғөлдәй
Төлкөгә.
Бына, тоттом, тигән саҡта,
Ҡалдым күпме
Көлкөгә.
Тотһам әгәр?!
Мин шомландым:
Аусы ҡомары
Һүнер.
Аҡһаҡҡа бер таяҡ ҡына
Кереш тартмаған
Ғүмер...
Салауат Әбүзәров