“Башҡортостан” гәзите редакцияһында тәржемә бүлегенең телефоны бер ваҡытта ла тын тормай. Төрлө урыҫ һүҙенең башҡортса нисек яңғырашы, алтаҡтала ҡайһылайыраҡ сағылыш табырға тейешлеге хаҡында белешкән ойошма һәм предприятие вәкилдәре үҙ һорауына һәр саҡ төплө яуап ала.
Тәжрибәле тәржемәсебеҙ Лилиә Дәүләтбәкова, гәзит эшенең көндәлек мәшәҡәтенә ҡарамаҫтан, халыҡтан килгән бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, ярҙам ҡулын һуҙырға һәр саҡ әҙер. Баҫмаға килгән урыҫса текстарҙың башҡортсаға аныҡ, аңлайышлы тәржемә ителеүе менән бергә республиканың ойошма-предприятиеларындағы төрлө яҙманың дәүләт телдәрендә дөрөҫ бирелеүендә уның тос өлөшө бар. Республика көнө алдынан Лилиә Фәрит ҡыҙының хеҙмәте лайыҡлы баһаланды — ул Башҡортостандың дәүләт телдәрен үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенең дипломы менән бүләкләнде.
Был награда алты йыл рәттән бирелә. Ул дәүләт телдәре менән бергә туған телдәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән. Алты йыл эсендә хакимиәт дипломына 100-ҙән ашыу кеше һәм бер ижади коллектив лайыҡ булды.
— Быйыл 20 кешене бүләкләйбеҙ, — тине баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. — Уҡытыусылар, киң мәғлүмәт саралары, балалар баҡсалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәмғиәтебеҙҙең иң әүҙем өлөшө булып ҡала. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте тормошобоҙға йәм бирә, рухландыра, милли асылыбыҙҙы һаҡларға ярҙам итә.
Дәүләт телдәрен үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн бүләкләнгәндәр араһында күпселекте башҡорт һәм урыҫ телдәре уҡытыусылары тәшкил итте. Араларында белем усағы етәкселәре, директор урынбаҫарҙары бар. Ә туған телдәргә тоғро хеҙмәт иткәндәрҙең күбеһе — район хакимиәтенең мәғариф идаралыҡтарында эшләүсе методистар. Шулай уҡ Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, татар теле уҡытыусылары, балалар баҡсаһында туған телгә өйрәтеүселәр лайыҡлы баһа алды.
Сынтимер Биктимер улы бүләкләнгән һәр кемде ихлас тәбрикләне, уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, ғаилә бәхете теләне, республика өсөн артабан да һөҙөмтәле хеҙмәт итерҙәренә ышаныс белдерҙе.
Дилбәр ИШМОРАТОВА