Был төбәктә йырламай түҙеп булмай12.10.2012
— Башҡортостан хозур тәбиғәте менән әсир итһә, халыҡ йырҙарына ғүмерлеккә ғашиҡ булдым, — ти Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән үзбәк ир-егете Алик Артыҡов.

Алик Галди улы шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Шулай ҙа күптәр уны башҡорт, үзбәк, татар, урыҫ, маракан, һинд, азербайжан телдәрендә йырлаусы үҙешмәкәр артист тип белә.
— Ғаиләлә дүрт малай үҫтек. Атайыбыҙ музыка мәктәбе директоры булды. Ул беҙҙе йырларға йәки берәй музыка ҡоралында уйнарға нисек кенә өйрәтергә тырышмаһын, бер ни ҙә килеп сыҡманы. Башҡортостанға күсеп килгәс, 40 йәштән һуң йырлай башланым. Әллә был төбәктең шифаһы тейҙе, әллә башҡорт халыҡ йырҙары көсө тәьҫир итте, — ти стәрлетамаҡтарҙың яратҡан сәхнә оҫтаһы.
Йырлау теләге моң эйәһен ҡала мәҙәниәт һарайына алып килә. "Шишмә" халыҡ йыр ансамбле етәксеһе Сәлимә Ғиззәтуллина уны ихлас ҡаршы ала, үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, сәнғәт серҙәренә төшөндөрә.
— 8 Март байрамында тәүге тапҡыр сәхнәгә сығып, "Ҡарлы ямғыр" йырын башҡарҙым. Ул мәл бөгөнгөләй хәтерҙә, — ти Алик Галди улы.
Халыҡ уны йылы ҡабул итә. 2006 йылда ҡала кимәлендәге йыр конкурсында II урынды яулай, ә 2007 йылда үҙе "Сәйәхәт" тигән төркөм ойоштороп ебәрә. "Сәйәхәт"те хәҙер республиканың күп төбәгендә, Ырымбур һәм Себер яҡтарында ла беләләр.
Үзбәк егете Башҡортостан тәбиғәтенә, халыҡ йырҙарына ғына түгел, башҡорт ҡыҙына ла ғашиҡ була.
— Ҡатыным Гөлфиәлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас күркәм сифаттар тупланған: бик аҡыллы, тыныс холоҡло, уҡымышлы. Барыһынан да бигерәк сибәрлеге һәм оҙон толомо әсир итте. Ул шиғырҙар ижад итә, башҡорт бейеүҙәрен оҫта бейей, концерттарымды үткәреүҙә ярҙамлаша. Стәрлетамаҡ педагогия колледжында уҡытырға һәм кандидатлыҡ диссертацияһын яҙырға ла өлгөрә, — ти Алик ҡатыны тураһында.
Башҡорт һәм үзбәк мәҙәниәттәре берләшкән моңло, татыу ғаиләлә Руниза исемле ҡыҙ бала үҫә.
Алик Артыҡов, заманында самбо һәм дзюдо буйынса ике тапҡыр Үзбәкстан чемпионы булыуға ҡарамаҫтан, сәхнәгә сығырға ни өсөндөр баҙнат итә алмаған. Хәҙер тормошон йырһыҙ, тамашасыһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.
— Мине үҙ иткән, ҡанатландырған Башҡортостан халҡына рәхмәтлемен. Мин был илдә бик бәхетле, — ти ул.
Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад