Умарталыҡта12.10.2012
Бер заман шулай,
Ялҡауҙарға юл асылған ваҡытта,
Һоро Ҡортто мөдир итеп
Ҡуйҙылар умарталыҡҡа.
Һоро Ҡорттоң даны китте алыҫ.
Эш ысулы таныш:
Йыйылыштарҙан ҡалмай,
Һүҙҙәре — татлы балдай:
Барға юҡты ялғай,
Ҡыҫҡаһы, алдай.
Билдәле,
Иң элгәре
Татлы отчет түгел, эш кәрәк.
Һоро Ҡорттоң иһә эш — һәләк!
Уға бер-бер артлы
Хаҡлы
Тәнҡит уғы осто аҫтан.
Шуға ҡарамаҫтан,
Күтәрҙеләр уны өҫкәрәк.
Инде
Мөдир булып килде
Уңған Бал Ҡорто.
Килгәс,
Хужалыҡты күргәс,
Осто ҡото!
Умарталар серегән,
Ҡыйшайған, емерелгән.
Үтәй торғас вал,
Ҡалмаған бал!
Бал Ҡорто
Оҫта түгел ине һөйләргә.
Тотондо шундуҡ эште көйләргә.
Ярҙам һорап, килде Оло йортҡа —
Һоро Ҡортҡа.
Ә һоро Ҡорт китте ҡыҙып,
Яман туҙып:
— Һеҙ-ҙ-ҙ эште боҙ-ҙ-ҙ-ғанһығыҙ-ҙ-ҙ!
Хатағыҙ-ҙ-ҙ — туҡһан туғыҙ-ҙ-ҙ!..
Эштәрегеҙ-ҙ-ҙ — һәләк!
Ниҙә сәбәп?
Һеҙ-ҙ-ҙе хөкөмгә тапшырырға кәрәк!
***
Ә бит урманда,
Умарталыҡта мөдир булып торғанда,
Һоро Ҡорттоң үҙен
Бирергә кәрәк ине судҡа.
Бирмәнеләр.
Юҡҡа!
Рәдиф ТИМЕРШИН