Йылмайып-көлөп кенә12.10.2012
— Ниңә беҙ отпускты мотлаҡ ауылда, һинең атай-әсәйең янында үткәрергә тейешбеҙ? — ти кәләш иренән.
— Ҡәҙерлем, выждан, бурыс кеүек төшөнсәләр хаҡында ла уйларға кәрәк бит!
— Ә улар хаҡында Ҡара диңгеҙ йәки Урта диңгеҙ ярында уйлап булмаймы ни?
* * *
Ҡатын табипҡа килә.
— Иремдең нервыһы бөтөнләй ҡаҡшаны. Ялға ҡайҙа барһаҡ һәйбәтерәк икән: тауғамы, диңгеҙгәме?
— Һеҙгә — диңгеҙгә, уға — тауға. Киреһенсә булһа ла ярай.
* * *
Ир ҡатынын диңгеҙ буйына ялға ебәрә. Ҡара янып, илһамланып, ял итеп ҡайтҡан бисәһе уны ҡосаҡлап ала ла:
— Мин барыбер һине генә яратам! — тигән була.
* * *
Отпусктан һуң эшкә сыҡҡан ике ир әңгәмәләшә.
— Ҡайҙа булдың, нисек ял иттең?
— Көньяҡта, ярайһы былай: диңгеҙ, шарап, емеш-еләк, ханым-туташтар...
— Мин дачала булдым: һай ғына быуа, “сәмәй” ҙә ҡыяр, бисә-сәсәләр...