Юнир ағай мыйыҡ бора12.10.2012
Икенсе урынға

Бынан күп йылдар элек филармонияның бер залын аҙнаның һуңғы өс көнөндә туй тантанаһының теркәү өлөшөн уҙғарырға ҡуртымға биреп торҙолар. Шунан килгән 440 мең һум аҡсаны кассир Зәйниә Шәпәтова үҙ кеҫәһенә һалған тип, хөкөм итеп ҡуйҙылар. Бүреләр араһында һарыҡты һәр саҡ ҡуяндан ашаталар бит. Зәйниә, ул аҡсаларҙы мин түгел, директор алды, ә ул юғарыла ултырған Вәли Вәлиевичкә бирҙе, тине. Директор һыуҙан ҡоро сыҡты. Артабан уны һарыҡтарҙы ашап, ҡуяндарҙы ғәйепләп торһон тип, икенсе урынға директор итеп тәғәйенләнеләр.

“Һалһаң, йөрөй ул...”

Филармония артистарын гастролдәргә йөрөтөр өсөн элек ПАЗ автобустары бирелде. Тик концерт өсөн кәрәкле әйберҙе тейәргә бик уңайлы булһа ла, бензинды күп “ашайҙар”. Уларҙан ҡотолоп, “Газель” автобустары һатып алдылар. ПАЗиктар менән сағыштырғанда, салоны бәләкәй. Йөк өсөн һәм артистарға урын әҙ. Ләкин еңел, яғыулыҡты бик күп сарыфламай. Был концерт ойоштороусыларға, бухгалтерҙарға, йәғни экономияланған аҡсанан премия алыусыларға бик оҡшаны.
Завод инструкцияһы буйынса “Газель” 95-се бензинға ҡоролған. Был талапты боҙорға ярамай. Боҙһаң, мотор ваҡытынан алда туҙа. Шулай ҙа уға 92-се бензин һалһаң да йөрөй. Ләкин, урыҫтар әйткәнсә: “До поры, до времени”.
Бухгалтерыбыҙ Ғәйшә, артыҡ аҡса сарыфлайһығыҙ тип шоферҙарҙың 95-се бензин чегын ҡабул итмәй. Шунан улар автобустарына 92-се бензин һалырға мәжбүр булды.
“Ғәйшә, “Газель”дәргә 92-се бензин ярамай бит”, — тип әйткәйнем, “Һалһаң, йөрөй ул”, — тине. Бына шулай аҡса экономиялай торғас, автобустарыбыҙҙың двигателдәре ваҡытынан алда “пенсия”ға сыҡты.
Ни хәл итәһең, машиналарҙың ғынамы ни, бәғзе бер әҙәмдәрҙең дә “мотор”ҙары эшлектән сығып бөткән шул...

“Батырланып телгә алдым...”

Вазифаһы буйынса үҙенән юғары кешеләргә ябай кеше тураһын, кәрәген әйтә алмай. Ҡурҡа. Был тәбиғи. Шуға күрә, ул бөгөн әйтер һүҙен, уҙған заманда булды, тип түрәһенең исем-шәрифен алмаштырып яҙа йә түрәһе киткәс батырлана.
Филармонияла эшләп йөрөйөм. Гастролгә сығырға тип йыйынһаҡ, шоферыбыҙ юҡ. Түрәләребеҙҙән һораһаҡ, дауаханала ята, тиҙәр. Был хәлгә 15 йыл самаһы ваҡыт үтеп китте. Күптән түгел “ауырып ятҡан” шоферҙы осраттым. Тормош, көнкүреш, иҫәнлек-һаулыҡ тураһында һөйләшкән арала, уның теге ваҡытта ауырып ятыуы хаҡында һүҙ ҡуҙғаттым.
— Юнир ағай, ул ваҡытта мин балниста ятманым бит. Директорыбыҙға дача төҙөнөк.
Хәҙер Тайғанов миңә директор түгел. Шулай булғас, мин мәҫәлдәге үлергә ятҡан арыҫланға тибеп киткән ҡуян шикелле, уның исемен батырланып телгә алам.


Вернуться назад