Рәсим Шәфи-Рәхмәт12.10.2012
Ситкә сығып киткән ауылдаштарыма

Ауыл, ауыл... Мин бит һинән
Киттем дә, китмәнем дә.
Ярты йәнем тороп ҡалды
Тауҙарың итәгендә.
Ауырғазың ярҙарында
Ярты йөрәгем ҡалған.
Ваҡыт оноттора, тиҙәр,
Был — дөрөҫ түгел, ялған.

Нисәмә йылдар үтһә лә,
Һин һаман уйҙарымда.
Ярты күңел тороп ҡалған
Абыскүл буйҙарында.

Ҡалған Суйынкүл янында,
Бүләк урмандарында...
...Һине уйлап йөрөйөм, ауыл,
Ҡала урамдарында...

Һин булмаһаң

Мин һөйөүһеҙ йәшәй
алмаҫ инем:
Тойғо-хисһеҙ,
яныу-көйөүһеҙ.
Һин булмаһаң, кемдер
булыр ине —
Йәшәй алмаҫ инем һөйөүһеҙ.
Мин һөйөүһеҙ йәшәй алмаҫ
инем:
Мин һөйөүһеҙ — етем,
мин — өйһөҙ.
Һин булмаһаң, бер кем
булмаҫ ине —
Йәшәй алмаҫ инем һөйөүһеҙ...

***
Нисә йылдар,
мөхәббәткә туймай,
Йөрәгем бит хәйер һораша.
Мин бәхетһеҙ, сөнки
һинең менән
Аралашам бары йыр аша.

Яҙмаһа ла беҙгә осрашырға,
Һин онотма Ерҙә мин барын.
Һин бәхетле,
сөнки кемдер һиңә
Нисә йылдар
арнай йырҙарын...

Һуң инде

Онот мине, осрашырға
Беҙгә хәҙер һуң инде.
Йөрәктә тик тәүге һөйөү
Булып ҡалырһың инде.

Килешмәҫтер беҙгә хәҙер
Айлы төндә йөрөүҙәр.
Көлкөлөр, ҡулдар тотошоп,
Хыялға бирелеүҙәр.

Күҙҙәргә ҡарап вәғәҙәләр
Бирешеүҙәр ҙә сәйер.
Хәтирәләргә тейеү ҙә
Беҙгә кәрәкмәҫ хәҙер.

Беҙҙең үткәндәр ни бары
Һағышлы бер моң инде.
Онот мине... Осрашырға
Беҙгә хәҙер һуң инде...

Тормош

Әҙәм балаһын был тормош
Төрлөсә ҡыландыра:
Бер йырлата, бер илата,
Туңдыра һәм яндыра.
Хәйерсе яһап мыҫҡыллай
Йә байлыҡ биреп һынай.
Әсәйҙәр кеүек наҙлай ҙа
Үгәй атайҙай ҡыйнай.

Ҡанат ҡуйып осорта ла
Аяҡты салып йыға.
Ҡулын биреп торғоҙа ла
Башҡа килтереп һуға.

Төрлөһөн ауыҙ иттерә:
Йә ағыу бирә, йә — һый.
Шулай әҙәм балаһынан
Ул, ахры, Кеше яһай...

Ҡәләм

Ғүмерлек тоғро юлдашым,
Иптәшем минең ҡәләм.
Серҙәремде бүлешергә
Уны ҡулыма алам.

Уның менән бергә йәшәйем:
Уйланам, илай-көләм.
...Ҡыҫҡара бара ғүмерем,
Ҡыҫҡарған һайын ҡәләм...

***
Донъяһы шуға ҡоролған
(Ныҡлап уйлаһаң — ҡыҙыҡ):
Кемдер кемдәрҙелер ашай,
Кемгәлер үҙе — ризыҡ...

***
Йәшәй инек ауылдарҙа
Ауылдаса.
Заманалар килде: хәҙер
Ауыл — дача.

***
Ҡоштар осоп йөрөй —
бер көтөү.
Араһында юҡ тик бөркөтө...

***
Ағалар гөрләүектәр.
Көнләшә күләүектәр...


Вернуться назад